Йәмғиәт
12 Ноябрь 2021, 06:38

Талантлы кеше бар яҡлап талантлы

Ижадын ҡабул иттеләр.

Әҙәбиәт һөйөүселәр Әбйәлил районының йәмле Күсем ауылында тыуып үҫкән Зөлфирә Ҡарағужинаны талантлы шағирә булараҡ яҡшы белә. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә “Йәштәр тауышы” серияһында уның “Донъясығым” исемле китабы баҫылып сыҡты.

Әле шағирә икенсе йыйынтығын әҙерләй. Ауылда йәшәп, мәҙәниәт өлкәһендә эшләп, ике ул үҫтергән ижадсының шиғыр яҙырға, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫлек йорт эштәрен башҡарып өлгөрөргә, улай ғына ла түгел, хатта күрше ауылға йөрөп, мәҙәниәт усағына етәкселек итергә, төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға һәм еңеп сығырға ҡайҙан ваҡыт табыуы һәм илһам алыуы күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уяталыр. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ – Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәйес Түләк исемендәге республика шиғыр конкурсында еңеүсе, бик күп сәсәндәр һәм ҡумыҙсылар конкурстары призеры, Әбйәлил районы башҡорттары ҡоролтайы, район ҡатын-ҡыҙҙар советы, райондағы Башҡорт ата-әсәләр комитеты, Әсхәл Әхмәтхужа исемендәге "Йәйғор" әҙәби берекмә ағзаһы, Ташбулат ауылы мәҙәниәт йорто директоры Зөлфирә Ҡарағужина-Моратшина. Әйткәндәй, ул беҙҙең гәзит ойошторған “Булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ” конкурсында икенсе урынға лайыҡ булды.

– Ижад юлың нисек башланды, Зөлфирә?

– Мин ғаиләбеҙҙәге ете баланың алтынсыһымын. Мәктәпкә бармаҫ элек үк туғандарымдан уҡырға, яҙырға өйрәндем. Беренсе класҡа төшкәс, үҙемсә шиғырҙар ижад итеп маташтым, әммә күреүсе лә, хуплаусы ла табылманы. Мәктәптә стена гәзитен әҙерләүҙе миңә йөкмәткәстәр, бар һәләтемде егеп, төрлө шиғырҙар сығарып, ошо эшкә тотондом.

Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға индем. “Шоңҡар” түңәрәгенә йөрөнөм. Тик үтә баҫалҡылығым арҡаһында күп саранан ситтә ҡалдым. Әммә күңелдә йөрөгән ижад барыбер урғылып сыға: тәүҙә үҙем өсөн яҙҙым, аҙаҡ был хаҡта дуҫтарым белеп ҡалып, шиғыр­ҙарымды матбуғатҡа бирергә тәҡдим итте. Шулай итеп, аҡрынлап гәзит-журналдарҙа ижад емеш­тәрем баҫыла башланы.

– Ижадыңа күҙ һалғанда, фекерҙәрең – тос, тауышың – ирҙәрсә, ә үҙең – көсһөҙ зат... Шиғриәтең үҙенсәлекле, көслө фекерле, моңло һәм һутлы булыуы менән айырылып тора. Илһам ҡошо һиңә ҡасан килә?

– Төрлө ваҡытта. Төндә килеүе лә ихтимал, йоҡлап ятҡанда ла (көлә – авт.). Шул ваҡытта ырғып тороп яҙа башлайым. Дөрөҫөн әйткәндә, ижад төрлө ваҡытта килә, әммә һәр саҡ уны көтөп, ул килгәнде һағалап ултырып та булмай. Бигерәк тә ауыл ерендә йәшәгәндәр минең менән килешер, моғайын, шуға күрә күңелемдә яралып, донъяға килеп өлгөрмәгән әллә күпме шиғырҙарым үлгәндер, тим. Йәшерәк саҡта уны, бәлки, аңлап та бөтмәгәнмендер, донъя мәшәҡәте, йәш балаларҙы ҡарау, ир ҡатыны булыу ҙа еңелдән булмағандыр. Шуныһы өсөн ҡыуанам: бөгөн ижадыма һаҡсыл ҡарайым, илһамлы минуттарымды көтөп алам, кәрәк икән, барыһын да ташлап, күңелемә килгән уй-хистәрҙе ҡағыҙ битенә күсерергә тырышам. Һуңғы ваҡытта ғына минең йылдар буйы яҙылмаған шиғырҙарым яҙылды, үҙемде бүтән яҡтан асҡандай тойҙом. Элегерәк күңелемдәге һүҙҙәремде әйтә алмай, үҙемде нисектер тонсоғоп йөрөгәндәй һиҙә инем. Ниһайәт, сабыйынан бушанған әсәләй, шиғырҙарым донъяға килеп, үҙемде бәхетле тоям. Шиғриәт минең өсөн йәшәү мәғәнәһе икәнлегенә йәнә бер тапҡыр инандым, унһыҙ йәшәй алмауымды аңланым. Ошо хис мине йәнә ҡанатландырҙы, үҫтерҙе, йәшәүгә ынтылыш, сәм өҫтәне.

– Бөгөн шиғыр яҙыусылар күп, әммә ысын шиғриәттең аҫыл үрнәктәре булырлыҡтары бик аҙ. Кемдер үҙнәшер юлы менән китап сығарып, үҙен шағир итергә тырышһа, һинең кеүек талантлылар һаман булһа ситтә ҡала килә түгелме?

– Тулыһынса килешәм. Ысынлап та, бөгөн шиғыр йәки яҙыусы булырға теләүселәр бигерәк күбәйеп китте. Ҡайһы саҡ уйлап та ҡуям, кем йыбанмай, һүҙҙәрҙе арлы-бирле рифмаға килтереп, шиғыр яҙам тип ҡысҡырырға тотона. Улай ғына түгел, хатта китаптарын сығара. Ундай шиғырҙарҙы уҡыһам, ҡайһы саҡта йәнем көйөп, шиғриәттең бәҫен төшөрөүселәргә ысын шиғыр нисек була, тип күрһәтергә теләпме, әллә икенсе тойғолар кисерепме, бер нисә шиғыр һә тигәнсе яҙылып та ҡуя. Әле ике китаплыҡ әҙер шиғырҙарым ята. Һеҙ әйтмешләй, һаман шуларҙы бергә туплап, нәшриәткә алып бара алмайым. Әлеге лә баяғы – баҙнатһыҙлыҡ. Шулай ҙа ошо арала Өфөгә юл төшһә, мотлаҡ шиғырҙарымды гәзит-журналдарға тәҡдим итермен, нәшриәткә етеп ҡайтырмын тигән уй-хыялдар менән йөрөйөм.

– Зөлфирә, белеүемсә, һин үҙеңде төрлө өлкәлә һынап ҡараның: балаларға ла, студент­тарға ла белем бирҙең, Мәскәү, Өфө ҡалаларында эшләнең. Ә бит, тормош асылыңды бөтөнләй икенсе өлкәлә, мәҙәниәттә һәм ауылда таптың кеүек.

– Тап шулай. Ижадҡа һәм бө­гөнгө көндә ҡолас ташлап эшләп йөрөгән мәҙәни мөхиткә күптән килергә тейеш булғанмын, әммә мин оҙайлы, хатта ҡатмарлы юлдар үтеп, бер аҙ бешегеп, күңелемә оҡшаған эшкә үҙемде бағышланым, тип әйтә алам. Бала саҡтан үтә баҙнатһыҙ, баҫалҡы булып үҫтем. Бәлки, беҙҙең быуын балалары шулай тәрбиәләнгәндер. Атай-әсәй ҙә балаларына халҡыбыҙға хас тәрбиә биргәндер.

Бәләкәйҙән сәнғәтте яраттым, әртис булырға хыялландым, әммә ошо теләгемде тормошҡа ашы­рырға тап шул баҙнатһыҙлығым кәртә булды. Атайымдың “кеше әртискә уҡыймы ни?!” тигән һүҙенән үтә алманым. Сәнғәт юлын һайлаһам, улар мине аңламаҫ, әрләр кеүек тойолдо. Әммә шул тиклем яңылышҡанлығымды йылдар үткәс кенә аңланым. Атай-әсәйем иҫән саҡта ауылда эшләмәй торған клубты яңынан башлап ебәрергә тура килде, төрлө концерт һәм мәҙәни сараларҙы йыш үткәр­ҙем, ҡарарға улар ҙа килер ине. Сәхнәләге сығышымды күреп, атайымдың шул тиклем ҡыуанға­нын күргәс кенә, ошо юлды һайламайынса яңылыш­ҡанлы­ғымды аңланым, ниңә тәүҙән үк хыялымдың барлығын әйтмәүемә үкендем.

Тәүҙә Күсем ауыл клубында эшләнем, артабан мине Ташбулат ауыл мәҙәниәте йортона етәксе итеп эшкә саҡырҙылар. Ауыл ҙур, халыҡ та күп, әле мәж килеп ташбулаттар менән рухи-мәҙәни тормошҡа нур өҫтәп, ауыл таланттары менән берлектә гөрләтеп эшләйбеҙ. Быйыл Асҡар район мәҙәниәт йортонда "Ҡомартҡы" республика форумы сиктәрендә уҙғарылған "Быуындар сылбыры" шәжәрә конкурсында "Ҡарағужа­лар-моҙғалар араһы" шәжәрәһе менән ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булдым. Шулай уҡ Мәҙәниәт көнө айҡанлы район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙын алдым. Иң ҙур ҡыуанысым: “Башҡортостан” гәзите ойошторған “Булдыҡлы ҡатын-ҡыҙ” интернет-конкурсында икенсе урынға сыҡтым. Форсаттан файҙаланып, минең өсөн үҙ тауыштарын йәлләмәгән дуҫтарыма, коллегаларыма, тотош Әбйәлил халҡына ҙур рәхмәтемде еткерәм. Ышанысығыҙҙы аҡларға тырышам, һәр саҡ шулай берҙәм булып ҡалайыҡ.

2021 йыл минең өсөн бик әһәмиәтле булды, төрлө сараларҙа ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мәҫәлән, Өфөлә уҙғарылған "Республика мәҙәниәт форумы"нда, Башҡорт­остан Яҙыусылар союзы ойош­торған "XXI быуат яҙыусыһы" төбәк-ара форумында ҡатнашып, яңы көс-дәрт алып ҡайттым, яҙыусылар менән осрашып, әллә күпме фекер тупланым, илһам алдым. Күңелгә яҡын шөғөл ялҡытмай икән, киреһенсә, һәр көн эшкә дәртләнеп киләм.

– Зөлфирә, һинең сәсәнлек талантың ғына түгел, ҡумыҙ сиртергә һәләтең дә асылды түгелме?

– Талантлы кеше бар яҡлап талантлы, тип юҡҡа әйтмәйҙәр инде (йылмая – авт.). Халыҡ менән эшләгәс, һинең үҙеңә лә даими рәүештә үҫергә тура килә. Әбйә­лилдә бик талантлы, дәртле халыҡ йәшәүен аңлатырға кәрәк­мәй, уны үҙең дә яҡшы беләһең. Әленән-әле төрлө конкурстар, ауыл-ара концерттар, төрлө мәҙәни саралар үткәреп торабыҙ. Гел бер үк нәмәне лә ҡуйып булмай, шуға күрә ҡумыҙсылар ансамбле төҙөү теләге барлыҡҡа килгәс тә, тиҙ генә виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнет­диновты саҡырып, оҫталыҡ дәресе үткәреп, ҡумыҙға өйрәнеп алдым. Быйыл Ташбулат мәҙәниәт йорто эргәһендә эшләп килгән "Хазина" (етәксеһе – Хәфизә Баязитова) ҡумыҙсылар ансамбле менән ҡумыҙсыларҙың Миңдеғәфүр Зәйнетдинов исемендәге халыҡ-ара онлайн-видеоконкурсында өсөнсө урын яуланыҡ.

Шиғырҙар ғына түгел, таҡмаҡтар ҙа сығара торғайным, был һөнәрем дә ярап ҡалды. Үҙебеҙ сығарған ҡобайырҙар менән сәсәндәр бәй­геһендә ҡатнашып, еңеү яуланым. Әйткәндәй, улдарым Рамаҙан менән Буранбайҙа ла бәләкәйҙән йыр-моңға ҡарата һөйөү тәрбиә­ләргә тырышам. Рамаҙанды аҙна­һына ике тапҡыр Асҡарҙағы сәнғәт мәктәбенә алып йөрөйөм. Сәхнәгә малайҙарым менән бергәләп сығабыҙ, үҙебеҙҙең кескәй генә ғаилә ансамбле бар, тиһәк тә була.

Әсәйем бик моңло итеп боронғо халыҡ йырҙарын башҡарыр ине, уның йырҙарын күңелемә һеңдереп ҡалдырҙым. Апайҙарым да бик матур йырлай, бигерәк тә Әлфинә апайым әсәйемдең йырҙарын оҫта башҡара. Атайым да халҡыбыҙҙың йыр-моңона битараф булманы, өйгә башҡортса сыҡҡан бөтә милли матбуғатты яҙҙыртып ҡына ҡалмай, руссаларын да алдырыр ине, шуға күрә бәләкәйҙән гәзит-журнал уҡып үҫтек, уларҙың йоғонтоһо ҙур булды. Ғаиләлә биш ҡыҙҙың өсәүһе Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамланы, бер апайыбыҙ оҙаҡ йылдар Балтас районында башланғыс кластарҙа уҡыта.

– Ижадыңда әле булһа ер мәсьәләһе ҡырҡыу күтәрелә...

– Ысынлап та, тыуған ауылым Күсем еренең ситтән килгәндәргә күпләп һатылыуы бер кемгә лә сер түгел. Боронғо ауыл булып танылған Күсемдә бөгөн кемдәр генә йәшәмәй! “Аҡсаһы күп сит-яттар” ауыл уртаһында туристар өсөн йорттар (бунгалолар) төҙөй, хатта мәрхүмдәр, сабыйҙар исеменә ерҙәр алып һатылған ваҡыттар ҙа булды. Һәр замандың үҙ әпкәләй­ҙәре булғанға күрә, атай-олатайҙарҙың ғәзиз ҡаны ҡойолған ерҙәр “бер әсмүхә” сәйгә һатылды. Шул осорҙа күңелдә әрнегән уйҙар шиғыр булып яралды, ирҙәр хәстәренә әүерелгән ер мәсьәләһе милләт хәсрәтенә әйләнде. Ата-ба­баларыбыҙ ҡан түгеп, һаҡлап алып ҡала килгән башҡорт ерҙәренең сит-яттарға һатыла башлауы йөрәгемә уҡ булып ҡаҙалды. Ошо хаҡтағы уйланыу-һыҙланыу­ҙар “Әләм”, “Ҡаза”, “Бунгало”, “Дан”, “Банный таҡмаҡтары” тигән шиғырҙарҙы тыуҙырҙы.

– Әйткәндәй, “Банный таҡмаҡтары”нда ер-һыу атамаларын урыҫ теленә боҙоп тәржемә итеү темаһын да ҡыйыу күтәрәһең. Һуңғы ваҡытта был күренеш һәр төбәктә йыш осрай. Мәҫәлән, Мауыҙҙы – Банное, Бөрсөнсөнө Желтое тиҙәр.

– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта күп ҡалаларҙа алтаҡ­таларҙың сит телдә йәки урыҫса яҙылыуы йыш осрай. Был ғәҙәти күренешкә әйләнде, тиһәк тә була. Әммә ер-һыу атамаларын боҙоп йәки урыҫлаштырып, мәғәнәһенә тап килмәҫлек итеп атауҙары менән килешмәйем. Хатта шуға барып еттек: матбуғат баҫмаһы биттә­рендә элекке атамаларҙы түгел, ә яңыларын яҙабыҙ. Тормоштан артта ҡалмайбыҙ, тип ынтылыуы­быҙҙырмы, аңламайым. Тейешле органдарҙан атамаларҙы дөрөҫ яҙыуҙы мәжбүр итмәй тороп, был эш алға бармаясаҡ, шуға күрә бөгөндән үк боҙоп яҙылған ер-һыу атамаларын төҙәтеп, үҙ исемдә­ренә ҡайтарырға тейешбеҙ. Ошо теләгебеҙ Ҡоролтай депутаттарына ла барып ишетелһен ине.

– Ҡасандыр “ер алып, йорт һалмайым” тиһәң дә, бик матур өй төҙөгәнһегеҙ...

– Үрҙә әйткән һүҙҙәремә ҡеүәт итеп, әле шуны әйтә алам: ярай әле ер алып ҡалғанмын. Ер урыны булғас, йорто ла төҙөлдө, башҡаһы ла булыр. Иң мөһиме – рәхәтләнеп ижад итер урыным бар, ижадҡа көс бирерлек баһадирҙай ике улым – таянысым үҫеп килә, яратҡан эшем бар.

– Ауылда ҡалғаныңа үкенгән саҡтарың булдымы?

– Юҡтыр. Киреһенсә, тап ауылда үҙемде яңынан астым һәм фиғелемде таптым. Үҙемдең көслө булыуыма инандым, әйтер һүҙем, яҙыр ҡәләмем булғанына рәхмәт­лемен, ижадымды ҡабул иткән үҙ уҡыусыларым булыуына ҡыуанам. Тап ошо тыуған ерҙәрем, ауылым, ауылдаштарым миңә йәшәүгә дәрт һәм ынтылыш бирә, сәм уята. Шиғриәттә лә тап шулай, күңелеңдә һәр саҡ ниндәйҙер талпыныу һәм хис булырға тейеш, ул юҡ икән, тимәк, ижад юҡ, ул һүнә. Ауылда йәшәүем һәм ижад итә алыуым менән бәхетлемен. Киләсәктә яңынан-яңы шиғырҙарым, кем белә, бәлки, сәсмә әҫәрҙәрем менән дә уҡыусымды ҡыуанды­рырмын әле. Тик илһам ҡошом ғына ташламаһын...

– Зөлфирә, артабан да ижад ҡомарың һүнмәһен, һәр саҡ бөгөнгөләй шат, дәртле булып ҡал. Улдарың һәр саҡ ҡыуан­дырып торһон, ижадың сәскә атһын!

 

Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште.

 

Әбйәлил районы.

 

Усаҡ

Сырт-сырт килеп усаҡ яна

Ялмап утҡа сыраҡтарҙы.

Ялһыҙ уты ялһыҙ уйҙы

Ялмап утҡа быраҡтырҙы

Ялмап утҡа быраҡтырҙы

Алһыҙ-ялһыҙ уйҙарымды.

Ялһыҙ уты ялмап ҡуйҙы

Ял бирмәгән уйҙарымды.

Ял бирмәгән уйҙарымды

Ялы итте ярһыу ялҡын.

Ялмап ялһыҙ уйҙарымды,

Ялым итте ялһыҙ ялҡын.

Сырт-сырт килеп усаҡ яна

Ялмап утҡа сыраҡтарҙы.

Сырт-сырт яна берәм-һәрәм

Ғүмеремдең сыраҡтары.

Сырт-сырт яна ҙур ғаләмдә

Ғүмеремдең сыраҡтары.

Сырт-сырт янып бөтмәгәндер

Ғүмеремдең сыуаҡтары.

Сырт-сырт килеп усаҡ яна

Ялмап утҡа сыраҡтарҙы.

Ялһыҙ уттан, ялһыҙ уйҙан

Тотоп ғүмер сыраҡтарын

Ҡайтам, ҡайтам сыуаҡтарға.

 

МИЛЛИ КҮЛДӘК

 

Тектерелгән күлдәк

Әсәй кейҙе.

Һәр йөйөнә оҫта*

Ҡулы тейҙе.

Күлдәктәре булды

Һәҙәпле.

Һәҙәптәнме әллә

Әҙәплелек.

Күлдәктәре булды

Ҡыршаулы.

Әҙәпһеҙлек шуға

Тышаулы.

Күлдәктәре һәр саҡ

Билле булды,

Әллә илле булды –

Милли булды.

Уйлап торҙом әле

Бер иле (килке):

Минең күлдәгем дә

Бер илле.

Бар фирмалы күлдәк

Бик елле.

Уйлап торҙом әле

Бер иле (килке):

Йәнгә яҡыны бит –

Милли!

*Ауылдашыбыҙ Хәлиҙә еңгә Мырҙинанан һәр ваҡыт тектерҙе.

 

СЕР йәки ИШМӨХӘМӘТ СӘСӘН МЕНӘН ҺӨЙЛӘШЕҮ

Әсәйемдең атаһы Белорет районының Мөхәмәт ауылынан

Зөлҡәрнәй мулла Усманов яғынан шәжәрәләге бишенсе

быуын олатай Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев.

Олатайым, “Урал батыр”ыңды

Уҡып-уҡып уҡып бөталмайым.

Һәр юлына меңәр уй күмелгән,

Соҡоп-соҡоп соҡоп бөталмайым,

Һиңә рәхмәт уҡып бөтәалмайым.

Олатайым, сәсән олатайым,

Йәнем һыҙлай, әйтсе, ҡалайтайым,

Шүлгән үлгән, тиһәм, ул үлмәгән,

Шүлгәненән сығыуына бер талай,

Белһәң, серен өйрәт, кире ҡолатайыҡ.

Иҙел, Яйыҡ, Әй буйҙарын иңләй,

Шүлгән Ҡыҙыл буйын ҡыҙыра.

Туғандары – Урал ейәндәре

Байлығына Шүлгән ҡыҙыға,

Мәкерлеге йәнде һыҙыра.

Олатайым, әйтсе, ҡалайтайым,

Эй, илағы килә, ныҡ илағы,

Тик ҡолағы килмәй, ҡолағы.

Шүлгән беҙҙе талағыһы килеп

Күптән ташып йөрөй талағы,

Ә таланып килмәй ҡалаһы.

Бер илатыр Шүлгән, ике-өс илатыр,

Ә аҙаҡтан йәнгә уҡ атыр,

Йәнде алыр, аңды ситкә атыр,

Өлгөрмәһәк, Шүлгән үҙебеҙҙе

Төпһөҙ Шүлгәненә ҡолатыр.

Йылан булып шыуып барған Зәрҡум

Күҙ алдында әзмәүергә әүерелә.

Әзмүерҙәй күпме аҫыл затты,

Гүзәлдәрҙән-гүзәл гүзәл затты

Зәрҡум ғазраилға әүерәтә.

Ер өҫтөндә иркен йөрөй улар,

Ир төҫөндә йөрөй Ҡәһҡәһә,

Ил өҫтөнән идаралар ҡыла,

Ел иҫеүен теләгәнсә бора,

Ойоштора бола ул ҡәһәр.

Олатайым, әйтсе, ҡалайтайым,

Әллә ниндәй бөгөн ул-атайҙар,

Юҡтыр-юҡтыр һиндәй олатайҙар,

Илатһалар, мине илатырҙар,

Ҡолатһалар, хатта ҡолатырҙар,

Юҡтыр кеүек дошман ҡолатырҙай.

Ҡор йыйырға, ҡорҙоң ҙуры бар ҙа,

Ҡорҙоң хорын әйҙәй ҡыр атай.

Ҡырҙың туйы ҡырҙа булыр булғас,

Уйы беҙҙә түгел, ҡырҙалыр шул,

Беҙҙең хыялға ла урын гүрҙәлер.

Олатайым, әйтсе, ҡалайтайым?

- Бүләсәрем, бүләм серем һиңә,

Беләм серен яҡты киләсәктең.

Бүлә-бүлә хоҙай шатлыҡ бирә,

Бүлә-бүлә бирә ҡайғыһын.

Белә-белә йөрөп һабаҡ бирә,

Кеше үҙе һайлай һәр ҡайһыһын.

Яманлыҡты иман ғына еңер,

Иманлылар булыр имен-аман.

Күрмәйһеңме, ерҙә түгел, әруахта ла

Иманлылар тере, имен һаман.

Мин йөрөйөм һеҙҙең арағыҙҙа,

Зәки олатаң ҡайтҡан Көҙәненә,

Таһир апаң түгелме һуң үҙегеҙҙә?

Салауатҡа ҡара – баҫҡан өҙәңгегә.

Рәсүл мәҙрәсәһен үҙең беләң,

Төшмәй йәмәғәтлек үҙәгенән.

Уҡыу ғына етмәй, күмәкләшеп

Соҡоу кәрәк “Урал батыр”ҙы,

Отоу кәрәк Урал фәлсәфәһен,

Йотоу кәрәк һыуҙың татырһыҙын,

Аңлау, ҡомартҡының төптәрендә

Ҙур ХАЗИНА-АСҠЫС ятырын.

Бүләсәрем, бүләм серем һиңә,

Белсе серен һин дә йәшәйештең.

Бел һин шуны, берәү генә түгел,

Бергәләшеп кәрәк көрәшергә.

Бергәләгән, беләм, бәргеләнмәҫ,

Бергәләргә берәү киреләнмәҫ.

Бергәләрҙе башҡа бергәләр ҙә һанлар,

Бергәләрҙе киләсәк тә данлар.

Бүләсәрем, бүлдем серҙе һиңә,

Белдең һин дә хәҙер был серҙе.

Белдең серҙе, һәр саҡ ябай бул,

Әлегеләй ярат һин Ерҙе,

Тирә-йүнгә тарат был серҙе.

 

ТУРИСТ

Арҡаға йөк артмаҡлаған

Турист ул.

Беҙ башҡортҡа, бөтә турист –

Урыҫ ул.

Ысын турист тәбиғәттең

Дуҫы ул.

Ә тәбиғәт – йәннәттәрҙең

Усы ул.

Йәннәт усын яралаған

Турист ул.

Йәннһеҙҙәргә тәбиғәт тә

Ҡырыҫ ул.

Тәбиғәтте ҡурсалауға

Тырыш бул!

Ҡурсаҡ кеүек күркәм булһын –

Һырыш бул!

Эй, туристар, йөгөгөҙҙән

Сүп ҡалмаһын!

Йөҙөгөҙҙә ер йөҙөндә

Тап ҡалмаһын!

Беҙ һәммәбеҙ был донъяла

Турисбыҙ.

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш –

Бурысыбыҙ.

Арҡаға йөк артмаҡлаған

Турист – беҙ.

Баҡыйлыҡҡа күсһәк икән

Бурысһыҙ.

Сос! SOS!

– Тыуған ауылым,

Һаумы! Һаумы! – тиһәм

Ыңғырашып ауыл:

- Һау, бул, ти.

- Нимә булды һиңә?

- Ниңә ҡотоң осҡан?

- Афәт тейҙе миңә,

Ә сиратта – Һыуосҡан*.

– Ниндәй афәт, аңлат,

Дауылмы?

Шул саҡ бер бәндәкәй:

– Да, да, ул, ул, ти

– Да, да, нет, нет, незнай,

– О кей!, ти

– Апайка йә бабай

– Әкә, ти.

– Их, һин, Күсем,

Элек текә инең,

Хәҙер – ҡалъя,

Һимеҙ тәкә, ти.

Тиҙүк, тиҙүк

Һине салырбыҙ.

Ҡаҙан аҫып ашҡа

Һалырбыҙ,

Ә һыуһынға инде

Ҡот осҡан юҡ,

Һыуһындарҙы баҫыр

 

Һыуосҡан.

Ыңғырашып ауыл ауаз бирә

- SOS! SOS! SOS! SOS!

Әүәл уландарым сос ине

Сос, сос, сос, сос!

Бейектәрҙә осҡан, ыласын kош,

Һин алыҫ ос!

Хәбәремде кин йыһанга

Алып ос!

Cос! Сос! SOS! SOS!

*Күсем Ҡырҡтыһының бер үҙәгендәге шарлауыҡ.

 

ҠЫРҠТЫМ

Ҡырҡтым, Ҡырҡтым... Һинең ҡуйыныңда

Кендек ҡаным тамған, беләмен.

Шул ҡан кесе, шул ҡан көслө итә,

Һинһеҙ мин кем инде – ҡамғаҡмын.

Ҡырҡтым, Ҡырҡтым... Ана, һин ҡайһылай,

Йүгергәнһең саҡырым-саҡырым.

Үҙең күргән киңлектәргә

Хәҙер мине саҡыраһың.

Ҡырҡтым, Ҡырҡтым... Һинең киңлектәрең

Ҡатлам-ҡатлам быуат төпкөлө лә.

Ҡаттарыңды ҡатлап сығалмаһам,

Ҡырҡты ҡартым, берүк, үпкәләмә.

Ҡырҡтым, Ҡырҡтым... Һине яттан яҡлап

Һүҙ әйтмәһәм, Ҡырҡтым, үпкәлә.

Ҡалҡан булмаһам да, ҡалҡынырға әҙер

Һине яҡлап, булмам сүп кенә.

Ҡырҡтым, Ҡырҡтым... Ҡырҡа әйтә алам,

Һинең хаҡҡа ҡылам ҡырҡ эшем.

Ҡырҡ эшемде ҡырҡы ҡырҡ баһалар,

Бер эшем дә булмаҫ ҡырын эш.

Ҡырҡтым, Ҡырҡтым... Ҡырҡты үтеп барам,

Ҡырҡа килдем микән ҡырҡырын.

Ҡырылмаһа ҡырҡ эш көтә эле,

Сыраҡтарым балҡый саҡырып,

Ҡырҡтым, мәңге балҡы саҡырып.

Читайте нас