Йәмғиәт
12 Ноябрь 2021, 17:45

Вакцина ниндәй тармаҡтар өсөн мотлаҡ?

Һуңғы биш аҙнала төбәктә COVID-19 менән сирләүселәр 18 – 29 йәшлектәр араһында – 10,5, 30 – 49 йәшлектәр араһында – 18,8, 50 – 64 йәшлектәр араһында 19,1 процентҡа артҡан.

Вакцина ниндәй тармаҡтар өсөн мотлаҡ?Вакцина ниндәй тармаҡтар өсөн мотлаҡ?
Вакцина ниндәй тармаҡтар өсөн мотлаҡ?

Яңыраҡ "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы ҡайһы бер өҫтәмә тармаҡтар хеҙмәткәрҙәре өсөн вакцина яһатыуҙы мотлаҡ итеү хаҡында белдерҙе. Был турала 2021 йылдың 11 ноябрендә 17-п һанлы документ баҫып сығарылған. Идаралыҡ етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Галина Пермина ошо яңылыҡҡа ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирҙе.

– Вакцина яһатыу мотлаҡ булған тармаҡтарҙы арттырыу ихтыяжы нимәгә бәйле?

– Башҡортостан буйынса баш дәүләт санитар врачтың республика биләмәһендә граждандарҙың айырым контингентына прививка ҡаҙатыу тураһында ҡарарына үҙгәрештәр индерелде. Сәбәбе – һуңғы биш аҙнала эшкә һәләтле, йәғни 30 – 65 йәштәрҙәге халыҡ араһында коронавирус менән сирләүселәр һанының юғары килеш һаҡланыуы. Сәнәғәт предприятиеларында һәм ойошмаларҙа кешеләрҙең (берәр-икешәрләп) ауырып китеүе осраҡтары теркәлә. Алда әйтелгән осорҙа төбәктә COVID-19 менән сирләүселәр 18 – 29 йәшлектәр араһында – 10,5, 30 – 49 йәшлектәр араһында – 18,8, 50 – 64 йәшлектәр араһында 19,1 процентҡа күбәйгән.

– Яңы талаптар ниндәй тармаҡтарға ҡағыла?

– Сәнәғәт, энергетика, төҙөлөш, ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте предприятиеларына.

– Улар хеҙмәткәрҙәренә ҡасанға хәтлем прививка яһатып бөтөргә тейеш?

– Ҡарарҙа вакцинаның икенсе компонентын ошо йылдың 30 декабренә тиклем ҡаҙатып өлгөрөү талабы ҡуйылған.

– "Роспотребнадзор"ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы был эште тикшерәсәкме? Өлгәшмәгәндәргә штрафтар, санкциялар буласаҡмы?

– Юридик берәмектәр, шәхси эшҡыуарҙар һәм вазифа биләүселәр ҡарарҙы үтәмәгән өсөн Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексындағы 6.3-сө статьяның 2-се өлөшөнә ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. Штраф күләме елле генә: вазифа биләүселәргә – 50 мең, юридик берәмектәргә 200 мең һумдан башлана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңыраҡ республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә 1 декабрҙән прививка ҡаҙатмағандар өсөн яңы сикләү сараһы буласағын иҫкәрткәйне. Аныҡлап әйткәндә, кешеләр COVID-19 сиренән вакцина эшләткәне йәки коронавирус менән һуңғы ярты йыл эсендә ауырығаны тураһында медицина белешмәһен күрһәтмәйенсә шифаханаларға, профилакторийҙарға, ял йорттарына урынлаша алмаясаҡ.

Шулай уҡ 10 ноябрҙән Башҡортостанда, Коронавирустың таралыуына ҡаршы оператив штабта ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, гипермаркеттарға һәм майҙаны 1000 квадрат метрҙан ашыуыраҡ булған башҡа сауҙа биналарына инеү сикләнә. Рөхсәт алыу өсөн вакцина яһатыуыңды раҫлаған сертификат, һуңғы ярты йыл эсендә COVID-19 менән сирләгәнең хаҡында белешмә йәки прививка ҡаҙатыуҙан табип тарафынан азат ителеүең тураһында документ менән бергә яңыраҡ эшләтелгән һәм кире һөҙөмтә биргән ПЦР-тест күрһәтергә кәрәк.


Фото: i-gazeta.com

Автор:Даян Мазитов
Читайте нас