

Был тормошта һәр кемдән ниндәй ҙә булһа эҙ ҡала. Әгәр һин яҡты донъянан киткәс тә, исемеңде матур иҫтәлектәр, оло хөрмәт менән иҫкә алалар, башҡарған эштәреңде онотмайҙар икән, тимәк, ғүмерең бушҡа үтмәгән. Ҡыйғы районының Йосоп ауылында тыуып үҫкән Марат Ахун улы Баһауетдинов та бөтә тормошон тыуған төйәгенә, уның үҫешенә, йәш быуынға тәрбиә һәм белем биреүгә бағышлай.
1940 йылда донъяға килгән Марат Ахун улының бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. Уға һигеҙ ай булғанда атаһын фронтҡа алалар, ә 1942 йылда Ахун Баһауетдинов Тыуған ил азатлығы өсөн һәләк була. Әсәһе ете бала – алты малай һәм бер ҡыҙ менән ҡала, уларҙы яңғыҙы аяҡҡа баҫтыра. Балаларын асыҡтырмау, артабан уҡытып кеше итеү өсөн әсәгә көндө төнгә ялғап эшләргә тура килә.
Марат бәләкәйҙән аң-белемгә ынтылышы менән айырылып тора. Тыуған ауылы Йосопта башланғыс мәктәпте тамамлағас, V–VII кластарҙа күрше Дыуан районының Хәлил мәктәбендә уҡый. Тырыш егет ете класс белем менән генә сикләнеп ҡалырға теләмәй һәм 10 саҡрымдағы Мәсетле ауылындағы урта мәктәпкә йөрөп уҡый. Үҙенә күрә ауыр һынау була был үҫмерҙәр өсөн: уның менән бергә уҡырға йөрөгән һигеҙ баланың икәүһе генә (шуларҙың береһе – Марат Баһауетдинов) урта белем алыу бәхетенә өлгәшә.
Әрме хеҙмәтендә булып, Тыуған ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡас, Марат Ахун улын комсомолдың Дыуан район комитетына эшкә ебәрәләр. Был осор райондар берләшкән ваҡыт була. Йәш егет Салауат районы зонаһында инструктор булып эш башлай. Артабан уҡыу теләге уны Бәләбәй ауыл хужалығы техникумына алып килә. Дипломлы йәш белгесте тыуған районындағы “Новый мир” колхозына баш инженер вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Артабан “Сельхозтехника”, район электр селтәрҙәре предприятиеларында ла эшләп алырға тура килә уға. Был мәлгә ул, Башҡортостан дәүләт ауыл хужалығы институтын уңышлы тамамлап, юғары белгес булыуға өлгәшә.
Марат Ахун улының ойоштороу һәм етәкселек таланты Үрге Ҡыйғыла 39-сы һөнәрселек-техник училищеһын асыу һәм артабан шунда оҙаҡ йылдар директор урынбаҫары булып эшләү осоронда асыла. Ул уҡыу йортоноң етәкселәре менән бергә училищеның матди-техник базаһын нығытыу, йәш хеҙмәт кадрҙары – тәү сиратта, тыуған Ҡыйғы районы һәм күрше төбәктәр өсөн механизаторҙар әҙерләү эшенә бар тырышлығын, фиҙакәр хеҙмәтен һала. Дәрестәр алып барыу менән бер рәттән йәш быуынды тәрбиәләүгә, ауыр холоҡло үҫмерҙәр менән эшләүгә лә етди иғтибар һәм ваҡыт бүлә.
Артабан Марат Ахун улына Ҡыйғы районы хакимиәтенең кадрҙар идаралығын етәкләргә, “Берҙәм Рәсәй” партияһы Башҡортостан төбәк бүлексәһенең Ҡыйғы районы сәйәси советының тәүге рәйесе булырға тура килә. Ул оҙаҡ йылдар үҙ төбәгендәге район судының халыҡ заседателе, Үрге Ҡыйғы ауыл советы депутаты була. Ниндәй генә эш, бурыс йөкмәтелмәһен, Марат Баһауетдинов уны ихлас күңел, дәрт һәм фиҙакәрлек менән башҡара. Тырыш хеҙмәтенең һөҙөмтәһе – “РСФСР”-ҙың һөнәри-техник белем биреү отличнигы”, “РСФСР-ҙың социалистик ярыш алдынғыһы” билдәләре, “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исеме, Башҡортостан Президентының Рәхмәт хаты, район хакимиәте тапшырған бихисап маҡтау грамоталары.
Ғүмеренең һуңғы йылдарында хөрмәтле уҙаман Ҡыйғы районының һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советына етәкселек итә. Был эште лә яратып, ихлас күңелдән башҡара ул. Оло йәштәге кешеләрҙең тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу, уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау, социаль ярҙам саралары күреү йәһәтенән бихисап эш башҡара. “Был изге ғәмәлдәрҙе ул, вазифауи бурыс булыуҙан бигерәк, күңел талабы, йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарҙы, кешеләргә яҡшылыҡ ҡылыуҙан йәм һәм ҡәнәғәтлек таба белде”, – тиҙәр уны яҡындан белгәндәр. Ысынлап та, Марат Ахун улы ғүмер буйы кешелеклелек, башҡаларға изгелек ҡылыу, тормошто матурлап йәшәү принциптарына тоғро ҡала.
Ул өлгөлө ғаилә башлығы, бына тигән балалар тәрбиәләп үҫтергән хөрмәтле атай, һөйөклө ҡартатай ҙа була. Тормош юлдашы – Ҡыйғы районының беренсе балалар табибы Анида Фәйез ҡыҙы менән татыу ғүмер кисереп, өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Айрат – философия фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университеты доценты, кесеһе Айҙар – ветеринария фәндәре докторы, Башҡортостан дәүләт аграр университеты профессоры, ҡыҙҙары Ирида – журналист.
Үкенескә ҡаршы, Марат Ахун улының ғүмере бик иртә – 65 йәшлек түңәрәк датаһын ҡаршы алам тип, дәртләнеп йәшәп, гөрләтеп эшләп йөрөгән мәлендә өҙөлә. Әммә ул – был ерҙә үҙе хаҡында матур иҫтәлектәр, яҡты эҙ ҡалдырып китеүгә өлгәшкән шәхес. Хеҙмәттәштәре, район халҡы, уның тарафынан изгелек күргән күптәр уны яҡшы һүҙ менән генә иҫкә ала. Ғәзиз балалары атайҙары тураһында яҡты хәтер һаҡлай, күңелдәрендә оло хөрмәт һәм рәхмәт хистәре йөрөтә.
Г. ВАРИСОВА.