Йәмғиәт
12 Ноябрь 2021, 07:38

ЙОНДОҘНАМӘ (15 – 21 ноябрь)

pixabay.compixabay.com
Фото:pixabay.com

 ҠУҘЫ

Аҙна башы аралашыуҙар өсөн ҡулай. Яңы дуҫтар, һөнәри эшмәкәрлектә яңы партнерҙар табырһығыҙ. Шаршамбы маҡ­саты­ғыҙға табан мөһим аҙым яһарһығыҙ. Тик хыял диңгеҙенә сумып, алдаҡсыларҙың тоҙағына эләгеп ҡуймағыҙ. Янығыҙҙа сәйер әҙәмдәр бар.

 

БУҒА

Һуңғы ваҡытта шәхси мөнә­сәбәттәрҙә тыуған ниндәйҙер сетерекле мәсьәлә, ниһайәт, хәл ителер. Шул уҡ ваҡытта эштә кө­сөргә­нештең артыуы ихтимал. Хеҙмәт­тәштәр менән мөнәсәбәт боҙолмаһын тиһәгеҙ, тәкәббер булмағыҙ.

 

ИГЕҘӘКТӘР

Дүшәмбе, шишәмбе төрлө идеяларға бай булыр, тик ысын­барлыҡ менән хыялды бутама­ғыҙ. Һөнәри эшмәкәрлектә бары­һы ла һәүетемсә кеүек, ә бына шәхси тормо­шоғоҙҙа романтик ваҡиғалар артып китер. Ял көндәрендә ҡыҙыҡлы кешене осра­тырһығыҙ.

 

ҠЫҪАЛА

Аҙнаның тәүге ике көнөндә өйҙә мәшәҡәт артыр. Яҡында­рығыҙ менән аңлашылмаусан­лыҡ тыуыуы бар. Аҙна уртаһын­да барыһы ла яйланыр. Яңы эш эҙләгән­дәр уңыр.

 

АРЫҪЛАН

Осор һәр йәһәттән әүҙем булмаҡсы. Аҙна башында отош­ло килешеү төҙөү мөмкинлеге бар. Шәхси тормошта бер аҙ көсөргәнеш тыуыуы ихтимал. 20-21 ноябрҙәге тәҡдимдән баш тартмағыҙ, матди хәлегеҙ яҡшырыр.

 

ҠЫҘ

Аҡсағыҙҙы һаҡлап тотонорға кәңәш ителә. Ошо арала өҫтәмә эш эҙләргә лә тура килер, бәлки. Шаршамбы һәр йәһәттән уңышлы көн. Ял көндәрендә шатлыҡлы ваҡиғалар көтөлә.

 

ҮЛСӘҮ

Мөһим мәсьәләләрҙе аҙна башына планлаштырыу хәйерле. Улар йылдам һәм ыңғай хәл ителер. Шаршамбы, кесаҙна ваҡиға­ларҙы ашыҡтырмағыҙ. Ғөмүмән, был аҙнала оптимист булып ҡалығыҙ, тормошҡа ҡыуанып йәшәгеҙ.

 

САЯН

Ай тулған осорҙа бер аҙ ял­ҡаулыҡҡа, күңел төшөнкөлө­гөнә бирелерһегеҙ. Әммә бор­солорға урын юҡ: батырға ла ял кәрәк. Һаулығығыҙҙы хәстәрләгеҙ, һал­ҡын тейеү хәүефе юғары. Әүҙем­лектән баш тартып, күңелегеҙгә ятҡан эш менән шөғөлләнегеҙ.

 

УҠСЫ

Һөнәри эшмәкәрлектә уңыш көтә. Һәләтегеҙҙе дүшәмбе, ши­шәм­белә күрһәтеп ҡалығыҙ. 20-21 ноябрҙә туҡланыуға иғтибар итегеҙ, ағыуланыу хәүефе бар. Айырыуса, иҫерткес эсемлектәр менән мауыҡмаҫҡа кәңәш ителә.

 

ЫЛАҠ

Эштә хәлдең бер аҙ ҡатмар­ла­шыуы ихтимал. Әммә ҡайғыр­мағыҙ, шаршамбыға барыһы ла яйға һалыныр. Яңы таныштары­ғыҙ отошло тәҡдим яһар, баш тартмағыҙ. Алыҫтан мөһим хәбәр килер.

 

ҺЫУҒОЯР

Ихласлыҡ һәм һөйкөмлөлөк кеүек сифаттарығыҙ бер нисә мө­һим мәсьәләне хәл итеү мөм­кинлеген бирер. 21 ноябрҙә мөһим осрашыу булыр. Шәхси мөнәсәбәт­тәрҙең бер аҙ киҫкенләшеүе ихтимал.

 

БАЛЫҠ

Аҡсағыҙҙы һуңғы арала иркен тотонаһығыҙ түгелме? Бюджетты барлау зыян итмәҫ. Ғаиләлә ошоға бәйле аңлашылмаусан­лыҡ тыуыуы мөмкин. Аҡыллыраҡ булығыҙ.

Читайте нас