

Республика Халыҡ ижады үҙәгенә ҡараған “Урал” халыҡ сәнғәте галереяһында бер ыңғай ике күргәҙмә асылды. “Халҡым минең – сикһеҙ хазина” тип аталғанында Ейәнсура районы шәл оҫталарының ҡул эштәрен күрергә, икенсе залда ошо уҡ төбәктең Балалар художество мәктәбендә шөғөлләнеүселәрҙең һәм педагогтарҙың кейеҙҙә башҡарылған сағыу эштәренә һоҡланырға була.
Ейәнсура районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Фәрит Вәлиев: “Күргәҙмәне Халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ойошторҙоҡ. Ул Ейәнсура шәлен күрһәтер, уны башҡорт шәле булараҡ бренд итеүгә булышлыҡ итер мөһим сара булып тора”, – ти.
Ейәнсуралар күргәҙмә ойошторорға ярҙам иткән өсөн республиканың Халыҡ ижады үҙәгенә, генераль директор урынбаҫары Нәфисә Тулыбаеваға, “Урал” галереяһының бүлек етәксеһе Кәримә Кайдаловаға ҙур рәхмәтле. Дөйөм эш мәнфәғәте өсөн янып-көйгән ханымдар, ысын илһөйәр улар.
Ейәнсура элек-электән шәлдәре менән дан тотҡан, һәм әле лә оҫтабикәләр, был эште сәнғәт кимәленә күтәреп, уны төрләндереү, артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
Был яҡта шәл бәйләй белмәгән бер генә гүзәл зат та юҡтыр. Әйтәйек, “Йырау” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Гөлсиә Татлыбаева беренсе шәлен мәктәпкә уҡырға барған ғына сағында бәйләп ҡараған. Ул был эштең бөтә нескәлектәрен белә, шул хаҡта әллә күпме һөйләй ала. “Бәләкәй саҡта өлкәнерәк инәйҙәргә йөрөп, шәл ситтәре бәйләргә өйрәнә торғайныҡ, – ти. – Күргәҙмәгә районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан: Байыш, Ҡарғалы, Саҙалы, Сиреғол, Иҫәнғол оҫталарының ҡул эштәре ҡуйылды. Шәл күргәҙмәләрендә әллә нисә йыл рәттән Гран-при алған Зөлфиә апай Бикбулатованың шәлдәре лә бар, – тип асыҡлай. – Шуныһы ҡыуандырмай ҡалмай: Ейәнсура ҡатын-ҡыҙҙарының төп шөғөлө күп ғаиләләргә килем арттырыу сығанағы ла булып тора. Шәлдәр ныҡ баһалана”.
Күргәҙмәлә шәл оҫталары ҡулланған яңы биҙәктәр төрлөлөгөн, шәлдәрҙең ҙурлығын күреп бер ғәжәпләнһәң, шул уҡ дебеттән бәйләнгән башҡа кейем өлгөләренә ҡарап тағы һоҡланаһың.
Күргәҙмәне асыуҙа ҡатнашҡан район советы секретары Марат Мөхәмәтов әйткәнсә, Ейәнсура – ысынлап та башҡорт шәленең бишеге. “Беҙҙә шәл конкурсы, фестивалдәрен үткәреү буйынса ҙур тәжрибә тупланған, шуға ла республика кимәлендәге ошондай сараларҙы беҙҙең районда үткәреү теләге ҙур”, – ти ул.
Икенсе күргәҙмәләге Ейәнсура районы балалар художество мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең кейеҙгә эшләнгән картиналары, ҡорама тегеү ярҙамында башҡарылған үҙенсәлекле эштәре биҙәктәр, төҫтәр сағыулығы менән арбай. Йоҡа кейеҙҙән һуғылған кейем өлгөләре лә иғтибарҙы йәлеп итә. Кәримә Кайдалова һүҙҙәре менән әйткәндә, эштәре күргәҙмәгә ҡуйылған шәл оҫталары инде тылсымсы булһа, балалар художество мәктәбе тәрбиәләнеүселәре – тылсымға эйә булырға өйрәнеүселәр. Кескәй ижадсылар ҙа үҙ эшенең оҫтаһы булып танылыр әле.
Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА.