Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2021, 12:00

Әбүбәкерҙәр парадҡа сыҡты

Был сараны улар ниндәй маҡсатта үткәрә?

Әбүбәкерҙәр парадҡа сыҡты
Әбүбәкерҙәр парадҡа сыҡты

"Айыҡ ауыл-2021" республика конкурсы һәм "Айыҡ водитель" Рәсәй акцияһына ярашлы, Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылы халҡы "Айыҡ водителдәр парады" уҙғарҙы.

Профилактик сара Әбүбәкер – Федоровка – Аҡъяр маршруты буйынса ойошторолдо. Төп маҡсат - иҫерек водителдәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт фажиғәләрен иҫкәртеү, аварияларҙы кәметеүгә йүнәлтелгән эшмәкәрлекте әүҙемләштереү. Ҡатнашыусылар маршрутҡа ингән ауылдарҙың барыһында ла туҡтап, һәйкәлдәргә сәскәләр һалды.

"Айыҡ ауыл" республика конкурсында Әбүбәкер халҡы икенсе тапҡыр ҡатнаша. Былтыр улар район этабында еңеүсе булыуға өлгәшкәйне.

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайты.

Әбүбәкерҙәр парадҡа сыҡты
Әбүбәкерҙәр парадҡа сыҡты
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: