

“Алты йыл инде тормоштамын, Мәҙинә. Ирем өйләнгәнгә тиклем нисек ярарға, нимә алып, нимә бирергә белмәне. Ә хәҙер арабыҙ һыуынғандан-һыуына барғандай", – тип эс серен систе Айгөл бер көн бүлмәлә ҡара-ҡаршы ултырып сәй эскән әхирәтенә. Ул Мәҙинәнең ышаныслы “сер сүлмәге” икәнен, йыш ҡына уйламағанда дөрөҫ кәңәш биреп, күңелһеҙлектәрҙән ҡурсалап ҡалыуын яҡшы белә.
Күңеле тулышҡан ҡатын түҙмәне, барыһын да асып һалып, тынғыһыҙ уйҙарынан арынырға тырышты, күрәһең.
“Бала тапҡандан һуң бер аҙ ҡалынайҙым, быныһын үҙем дә беләм. Бер айҙан һуң тулыһынса тиерлек элекке рәүешемә ҡайттым, хатта кейемдәремде алыштырырға тура килмәне. Ә ирем “йыуанайҙың, ҡарсыҡ, күрше Йыһан әбейҙе хәтерләтәһең” тип көлә. Тәүҙә шаяртҡандай тойола ине, хәҙер асыуланып, ябығыуымды талап итә. Уның мине йәш саҡтағылай тал сыбығындай күрәһе киләлер ҙә бит. Үҙенең дә үҙгәргәнен һис тоймай ахыры. “Һин дә элекке Азат түгелһең инде” тигәйнем, үпкәләне. Өҫтәүенә “ирҙәр төрлө йәштә лә ҡатын-ҡыҙға оҡшай ул”, тип яраға тоҙ һипте.
Диетаға ултырып, бер аҙ ябыҡҡандан һуң да маҡтау, дәртләндереү һүҙҙәрен ишетмәнем. Бер саҡ эш урынынан миңә үҙенең “кәңәштәр исемлеген” ебәргән, асыҡтан-асыҡ әйтергә ҡыйыулығы етмәгәндер, моғайын. Был талаптар эсендә “тейеш”тәр байтаҡ: ябығырға, күҙ эргәләрендәге йыйырсыҡтарҙан ҡотолорға, ирендәрҙе бер аҙ ҡабартырға кәрәк. Тәүҙә рәхәтләнеп көлдөм, аҙаҡ асыу ҡабарҙы, был процедураларға ҡайҙан аҡса алырға икәнлеген яҙмаған. Яуапһыҙ ҡалып булманы, мин дә кәңәштәр исемлеген төҙөнөм: һыра эсеүҙән ҡабарған ҡорһағын рәткә килтерһен, аҙаҡ пеләшлегенән ҡотолһон һәм аҙыраҡ үҫә төшһөн, миңә лә бит оҙон буйлы һомғол ирҙәр оҡшай. Бына хәҙер аҙна буйы һөйләшмәйбеҙ. Уға ышаныс та, хөрмәт тә кәмене, элекке һөйөү тойғоһо ла юҡ...” – тине бойоҡ ҡына Айгөл.
“Эй, әхирәткәйем, зифа буй-һын, күпертелгән ирендәр, модалы кейемдәр менән генә ирҙәргә ярап булһа икән! Минеңсә, һеҙҙең арала һөйөү уты һүрелгән. Хатта Азатыңдың был талаптарың үтәһәң дә, мотлаҡ икенселәре табыласаҡ. Һин уның был аҡылһыҙ дәғүәләренә лайыҡ ҡатын түгел! Көтөлмәгән хәл килеп тыуһа, һинең иреңә кәрәгең булырмы икән, хатта ирендәрең ҡабарынҡы, йөҙөң сырышһыҙ шып-шыма булыуына ҡарамаҫтан? Минеңсә, һеҙгә яҙышып аңлашырға түгел, йәш саҡтағылай ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшергә ваҡыт еткәндер”, - тине уйсан ғына Мәҙинә.
Фото: viversum.ru