Йәмғиәт
13 Ноябрь 2021, 16:00

"Патриот" өс йылдан әҙер буласаҡ

"Миндә шундай идея ла бар: бында ғаиләләр килеп, техника менән танышып, һалдат һурпаһын ауыҙ итеп, мәргәнлеген һынап, ял итергә тейеш. Ошонда быуа эшләргә, кафе асырға ла планлаштырабыҙ”.

"Патриот" өс йылдан әҙер буласаҡ"Патриот" өс йылдан әҙер буласаҡ
"Патриот" өс йылдан әҙер буласаҡ

13 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында йәш быуынды хәрби хеҙмәткә әҙерләү алып барыласаҡ “Патриот” паркы майҙанында булды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: элекке хәрби часть биләмәһендә хәрби-патриотик парк төҙөү планы республика Башлығының 2019 йылда Алкин-2 ауылына эш сәфәрендә ҡаралғайны.

2021 йылдың майында Радий Хәбиров “Авангард” йәш быуынға хәрби-патриотик тәрбиә биргән уҡыу-методик үҙәктәрен төҙөү мәсьәләһе буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса, 2024 йылға ҡәҙәр бындай үҙәктәр һәр төбәктә төҙөләсәк.

Башҡортостанда ул 2020 йылда Республика балалар һауыҡтырыу-белем биреү экскурсиялар, тыуған яҡты өйрәнеү, туризм үҙәге базаһында булдырыла. Төҙөлөш эштәре тамамланғас, үҙәк Шишмә районында “Патриот” паркы базаһында эшен дауам итәсәк.

Объектты реконструкциялауға республика бюджетынан 271,9 миллион һум аҡса бүленгән.

“Формаль мәшәҡәттәрҙе хәл итеп, үҙебеҙҙең “Патриот” паркын төҙөй башланыҡ. Июнь айында уҡ бында егеттәребеҙ хәрби-патриотик сборҙарға йыйыласаҡ. Ә 2024 йылға эштәр тулыһынса тамамланасаҡ. Элекке хәрби часть биләмәһен беҙгә тапшырғандары өсөн Оборона министрлығына рәхмәтлебеҙ. “Патриот”та спорт һәм хәрби частар, ял итеү зоналары буласаҡ. “Партизандар ауылы”н төҙөй башланыҡ та. WorldSkills Russia сараһынан ҡалған ҙур сытыр ҙа бик ярап ҡалды. Унда спорт менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырыласаҡ һәм ябыҡ плац эшләнәсәк.

Инженер-сапер бригадаһы менән шулай килештек: үҙебеҙҙең полигон булғансы, егеттәр уларҙың полигонында атыш буйынса күнекмәләр үтәсәк, сөнки сборҙарҙа ысын ҡоралдан атышыу мотлаҡ.

Бында республика кимәлендәге ярыштар ойошторасаҡбыҙ.

Миндә шундай идея ла бар – бында ғаиләләр килеп, техника менән танышып, һалдат һурпаһын ауыҙ итеп, мәргәнлеген һынап, ял итергә тейеш. Ошонда быуа эшләргә, кафе асырға ла планлаштырабыҙ”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республика Башлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Римма Султанова
Читайте нас