Йәмғиәт
13 Ноябрь 2021, 06:30

Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде

Тантаналы сара барышында Профсоюздар йортондағы һаулыҡ кабинетының икенсе секторы асылды.

Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләндеПрофсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде
Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде

12 ноябрҙә Башҡортостандың профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сара булды. Унда республика Башлығы Хакимиәте, Хөкүмәт, министрлыҡ-ведомстволар, Өфө ҡалаһы хакимиәте, төрлө ойошма вәкилдәре, профсоюз әүҙемселәре, ветерандар, шулай уҡ Луганск Халыҡ Республикаһының Профсоюздар федерацияһы делегацияһы ҡатнашты.

Тантана барышында “Сәләмәт бул!” һаулыҡ кабинетының икенсе секторы асылды. Ул физик әүҙемлекте арттырыуға, һаулыҡты нығытыуға йүнәлтелгән. Һаулыҡ кабинеты Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында республика Башлығы грантына тормошҡа ашырылған. Беренсе сектор быйыл мартта асылғайны. Ул 1200-ҙән ашыу профсоюз ағзаһын хеҙмәтләндереп өлгөргән.

Тантананы асҡан Профсоюздар федерацияһы рәйесе Г. Мирошниченко, сәләмәтлек кабинетын асыу быйылғы Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында ғына түгел, пандемия шарттарында бигерәк тә ҙур әһәмиәткә эйә, тип билдәләне. “Беҙҙең төп бурыс –  хеҙмәткәрҙәрҙең, профсоюз ағзаларының һаулығын нығытыу маҡсатында проектты республикабыҙ предприятиелары һәм ойошмаларында таратыу”,  – тине ул.

Тантана барышында профсоюз әүҙемселәренә наградалар тапшырылды, төрлө мәсьәләләр ҡаралды, улар иҫәбендә – республика Профсоюздар федерацияһы барлыҡҡа килеүҙең йыллығын билдәләү.

Луганск Халыҡ Республикаһының Профсоюздар федерацияһы менән хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыу сараға айырым мәғәнә өҫтәне.

Тантаналы сара концерт менән тамамланды. Сара барышында бөтә санитар-эпидемиология талаптары күҙәтелде.

Мәғлүмәт www.eduprofrb сайтынан алынды.

Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде
Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде
Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде
Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде
Профсоюз хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас