Йәмғиәт
15 Ноябрь 2021, 06:45

Артур Әхмәтхановтың һәйкәленә сәскә һалдылар

Артур Фәрүәз улына былтыр ҡала мосолман зыяратында һәйкәл асылғайны.

Артур Әхмәтхановтың һәйкәленә сәскә һалдыларАртур Әхмәтхановтың һәйкәленә сәскә һалдылар
Артур Әхмәтхановтың һәйкәленә сәскә һалдылар

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров полиция генерал-лейтенанты, күренекле дәүләт эшмәкәре Артур Әхмәтхановты иҫкә алды. Мәғлүм булыуынса, 2018 йылдан республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарған Артур Фәрүәз улына былтыр ҡала мосолман зыяратында һәйкәл асылғайны.

Сарала төбәк Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, вице-премьер Ирек Сәғитов, Федераль милли гвардия ғәскәрҙәре хеҙмәтенең республика идаралығы начальнигы полиция генерал-майоры Александр Бурдо ҡатнашты.

Башҡортостан Башлығы Артур Әхмәтхановтың һәйкәленә сәскә һалды, мәрхүмдең хәләл ефете Фидалиә Фәнил ҡыҙы һәм улы Азамат менән аралашты. Радий Хәбиров уларға сыҙамлыҡ һәм ныҡлы һаулыҡ теләне.

 

Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147497.html

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147497.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас