Йәмғиәт
15 Ноябрь 2021, 17:45

Өфө ҡыҙы - иң матуры!

Ул Мостай Кәрим исемендәге 154-се башҡорт гимназияһында уҡый, Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар төркөмөндә шөғөлләнә.

Өфө ҡыҙы - иң матуры!Өфө ҡыҙы - иң матуры!
Өфө ҡыҙы - иң матуры!

Туғыҙ йәшлек Өфө ҡыҙы Регина Хужина "Мини мисс" халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында еңеү яулаған, тип хәбәр итә "Башинформ".

Был сара 11-13 октябрҙә Мәскәүҙә үткән.

"Мәртәбәле, ҙур конкурста ҡатнашыуым һәм республиканы күрһәтеүем менән бәхетлемен. Миңә ышанғандарға, ҡеүәтләгәндәргә, сараны ойоштороусыларға, бигерәк тә атай-әсәйемә ҙур рәхмәт. Бик сағыу шоу булды", - тип яҙған ҡыҙ үҙенең сәхифәһендә.

Регина Мостай Кәрим исемендәге 154-се башҡорт гимназияһында уҡый. Яҡшы өлгәшеүҙән тыш, ҡыҙ Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленең балалар төркөмөндә шөғөлләнә. Регинаны конкурсҡа "Һомай" театр-дефиле студияһы әҙерләгән.

Фото: "Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас