Йәмғиәт
15 Ноябрь 2021, 14:30

Халыҡ нисек теләгән - шулай

“Учалыла бына ниндәй ихатаны файҙаланыуға тапшырҙыҡ!”

Халыҡ нисек теләгән - шулайХалыҡ нисек теләгән - шулай
Халыҡ нисек теләгән - шулай

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә “Башҡорт ихаталары” программаһының үтәлеше тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.

“Учалыла бына ниндәй ихатаны файҙаланыуға тапшырҙыҡ!” – тип яҙҙы ул, фото ла ҡуйып.

Был ихатаға күп фатирлы 11 йорт ҡарай. Унда бәләкәстәр өсөн әүһәләктәр, таусыҡтар, ҙурыраҡ йәштәге балаларға йомшаҡ япмалы спорт майҙансығы бар. Ихата аша үтеп йөрөү урындары асфальтланған, майҙан яҡтыртыла, видеокамералар ҡуйылған. Ошонда йәшәгән халыҡ нисек теләгән - шулай. Эштең барышын улар үҙҙәре контролдә тотҡан.

“Беҙҙең идея – һәр күп ҡатлы йорт ихатаһын ремонтлау – ысынбарлыҡҡа әүерелә бара. “Башҡорт ихаталары” программаһы тормошҡа ашырыла башлағандан алып 920 ихатаның йөҙөн үҙгәрттек. Планда – 2024 йылға саҡлы был күрһәткесте ике меңгә еткереү”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров. Ул урындағы етәкселәрҙе һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендәге хеҙмәттәштәрен ошо эшкә ҡушылырға, 2022 йылға проекттарҙы халыҡ менән килешеп билдәләргә саҡырҙы.

Фото: Р.Ф. Хәбировтың “Бәйләнештә”ге сәхифәһе.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас