

Нуриман районына юл төшкәндә танышҡайныҡ Динара Аратова менән. Бер сарала күҙ яуын алырлыҡ ҡул эштәре күргәҙмәһе лә ойошторолғайны. Күңел йылыһы, күҙ нуры ҡушылған түшелдерек-һаҡалдарҙың авторы тап Динара Әмир ҡыҙы булып сыҡты.
Сағыу милли кейеме, ихласлығы менән йәлеп иткән ханым Яңы Күл ауылында тыуып үҫкән. Бәхет эҙләп сит-ят ергә юлланмаған, киреһенсә, яҙмышы уны үҙе эҙләп тапҡан: 2004 йылда урындағы мәктәп төҙөлөшөнә Бөрйән районы егете Руслан Аратов килгән. Йәштәр танышҡан, ҡауышҡан, бынамын тигән ғаилә ҡорған. Биш балалары үҫә. Йәш ғаилә иркен, яҡты йорт һалған.
Динара ханым урындағы "Күҙәй" башҡорт мәҙәни үҙәгенә етәкселек итә, ошо ерҙәрҙе борон-борондан төйәк иткән Күҙәй ырыуы халҡының тарихын, мәҙәниәтен өйрәнә, йолаларҙы тергеҙә, гүзәл заттарҙы ҡул эштәренә ылыҡтыра (бының өсөн баш ҡалала уҙғарылған махсус оҫталыҡ кластарында булып, сертификат та алған).
"Ауылдаштарым һәр сараға ҡыҙыҡһынып, ысын күңелдән йөрөй. Ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәренә тәңкәле түшелдерек яһарға ниәтләһә, үҫмерҙәр менән төрлө бейеү-йырҙар өйрәнәбеҙ, концерттар ойошторабыҙ. Әйткәндәй, үҙемдең өс ҡыҙым да бейеүгә маһир, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша", — ти Динара Әмир ҡыҙы.
Йорттағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрҙе лә ғаилә бергә, уртаҡ көс менән башҡара. Ошо көндәрҙә, мәҫәлән, миҙгел эштәрен теүәлләгәндәр — ҡаҙ өмәһе үткәргәндәр.
"Ғаилә ҙур булғас, ҡош-ҡортто күп аҫрайбыҙ. Быйыл ҡаҙ, өйрәк, күркә, бройлер себештәре алғайныҡ. Балалар өйрәк-ҡаҙҙы күл буйында, сиҙәмдә көттө, балыҡ тотоп ашаттылар. Ғөмүмән, өлкән ҡыҙҙарым Гүзәлиә менән Азалия эшкә ярарлыҡ хәҙер, шөкөр. Кәмилә, Байрас һәм Алтынай ҙа ярҙамлаша. Ҡаҙ өмәһенә күршем Светлана Янованы һәм йән әхирәтем Регинаны саҡырҙым. Ирем Руслан да эште теүәлләште. Тиҙ арала бергәләп тамамлап та ҡуйҙыҡ", - ти Динара.
Тормошо, эше-ғәмәлдәре менән күптәргә өлгө булырлыҡ гүзәл заттарҙан Динара Аратова. Тап шундай әсәләр ауылдарҙың ҡотон һаҡлай, данын яҡлай.
Фотолар ғаилә архивынан.