

Халыҡтың яратҡан байрамы – Яңы йыл етеп килә. Республикала ла был байрамға әҙерлек әленән башланды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә, 1 декабргә тиклем бөтә ҡала-райондар биҙәлгән булырға тейеш, тине.
Доклад менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Алан Марзаев сығыш яһаны. Ул, 20 декабргә тиклем бөтә муниципалитеттарҙа байрам шыршылары, Яңы йыл ҡаласыҡтары, боҙ скульптуралар ҡуйылырға, улар тантаналы асылырға тейеш, тине. Власть быйыл 1160 боҙ ҡаласығы төҙөргә йыйына. Улар 722 майҙансыҡта, 258 ихата биләмәһендә, башҡа 174 урында һәм алты яр буйында урынлашырға тейеш.
Шулай уҡ ҡышҡы спорт төрҙәрен яратҡандарға 756 каток туңдырасаҡтар, 1173 тау эшләйәсәктәр.
“Байрам биҙәлеше барышында 2291 шыршы ҡуйыласаҡ, уларҙың 2145-е тере, 146-һы яһалма. Бер ярым тапҡырға арт-объекттар һанын артырырға йыйынабыҙ, улар биш меңгә етәсәк", – тине Алан Марзаев.
Йылдағыса, муниципалитеттар араһында Яңы йылға иң яҡшы биҙәлешкә һәм иң яҡшы боҙ ҡаласығына конкурс үткәреләсәк.
Радий Хәбиров билдәләүенсә, власть йыл һайын Яңы йыл алдынан ҡала-ауылдарҙы биҙәүҙе яҡшыртырға планлаштыра ине, әммә әле коронавирусҡа бәйле хәл насарыраҡ булыу сәбәпле, хәстәрҙәр ҙә икенсерәк.
Фото: smartik.ru