Йәмғиәт
16 Ноябрь 2021, 08:30

Азамат Абдрахмановҡа ышаныс күрһәтелде

Ишембай районы хакимиәтенең элекке башлығы артабан ниндәй вазифа башҡарасаҡ?

Азамат Абдрахмановҡа ышаныс күрһәтелдеАзамат Абдрахмановҡа ышаныс күрһәтелде
Азамат Абдрахмановҡа ышаныс күрһәтелде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указы менән Азамат Абдрахманов Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе – Башҡортостан Республикаһы министры итеп тәғәйенләнде.

Азамат Фәрит улы Абдрахманов 1979 йылдың 26 июнендә Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған, юридик фәндәр кандидаты.

Төрлө йылдарҙа Республика ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәгендә директор, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында төп белгес, Башҡорт дәүләт университетының теория һәм тарих, дәүләт һәм хоҡуҡ кафедраһында ассистент, Башҡортостан Президенты Хакимиәтенең Дәүләт-хоҡуҡ идаралығында баш белгес, бүлек мөдире урынбаҫары, советник, Дәүләт граждан хеҙмәте һәм кадрҙар сәйәсәте идаралығында бүлек мөдире, һуңынан ошо идаралыҡ начальнигы була. 2011 – 2019 йылдарҙа – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Секретариаты етәксеһенең хоҡуҡи мәсьәләр буйынса урынбаҫары, 2019 йылда – Ишембай районы хакимиәте башлығының иҡтисади һәм финанс мәсьәләре буйынса беренсе урынбаҫары, Ишембай районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы. 2019 йылдан 2021 йылға тиклем Ишембай районы хакимиәте башлығы булып эшләй.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147562.html

 

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас