Йәмғиәт
16 Ноябрь 2021, 06:30

Бәхил бул, һалдат...

Башҡортостан егете сит ерҙә үлемесле һәләкәткә тарыған.

Бәхил бул, һалдат...Бәхил бул, һалдат...
Бәхил бул, һалдат...

36 йәшлек Руслан Смирнов Өфө һауа-десант кадет корпусында уҡыған һәм контракт буйынса хеҙмәт итеп йөрөгән. Өйләнгән, өс балаһы бар.

Белоруссияның Гродно ҡалаһы янында парашюттан һикергәндә ике һалдат бәләгә тарый. Ергә яҡынлашҡан саҡта ике парашюттың арҡандары буталып бөтә. Һалдаттарҙың береһе запас парашютты асыуын-аса, әммә һуң була: ергә аҙ ара ҡалғанлыҡтан, ул асылып өлгөрмәй.

Һөҙөмтәлә ике һалдат ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға эләгә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, табиптар тырышып ҡараһа ла, уларҙы ҡотҡара алмай.

Төрлө процедураларҙы үтеп, Руслан Смирновтың кәүҙәһен Башҡортостанға ҡайтаралар. Мәрхүм менән хушлашыу кисә Өфө районының Михайловка ауылында булды. Һуңғы төйәге Шишмә районының Әмин ауылында буласаҡ, тип хәбәр иткән туғандары.

Һалдаттың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Фото:bash.news

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас