Йәмғиәт
16 Ноябрь 2021, 06:32

Башҡортостан командаһы – “Ҙур тәнәфес” еңеүсеһе!

Рәсәйҙең киләсәген яҡшыртыуҙы хәстәрләгән проекттар конкурсы уҙҙы.

Ҡырымдағы “Артек” лагерына ошо көндәрҙә илдең иң талантлы үҫмерҙәре йыйылды. “Ҙур тәнәфес” конкурсы финалында ҡатнашҡан һәр кем Рәсәйҙең киләсәген яҡшыртыуға йүнәлтелгән үҙ проектын тәҡдим итте.

Еңеүселәр белем алыуға тотоноуға иҫәпләнгән сертификаттар аласаҡ. Әммә ысынында еңелеүселәр юҡ – ҡатнашыусыларҙың барыһы ла тормошта файҙалы буласаҡ тәжрибә туп­лау мөмкинлегенә эйә.

Проекттың икенсе турында бар Рәсәйҙән 2,5 миллион ҡатнашыусы теркәлһә, финалға 1,5 мең уҡыусы сыҡты. Улар эшләгән проекттарҙың күбеһе тотош илгә билдәле. Иң алдынғы уҡыусыларға, күркәм йола буйынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин былай тип мөрәжәғәт итте: “Ҡәҙерле дуҫтар! Хәҙер һеҙҙең һайлаған һөнәрегеҙҙә уңышҡа өлгә­шеү, һәләтегеҙҙе тулыһынса асыу, уй-ниәттәрегеҙҙе тормошҡа ашырыу өсөн бөтә мөмкинлектәрегеҙ бар. Ә был бик мөһим, сөнки бөгөнгө уҡыу­сы­ларҙың, йәштәрҙең ҡаҙаныш­тары иле­беҙҙең киләсәген билдәләй. Ошондай уңыштар һис шикһеҙ булыр тип ыша­нам, конкурста ҡатнашыу тәжри­бәһе был йәһәттән ныҡлы ярҙам итер”.

Еңеүселәр араһында Башҡорт­остан командаһы булыуы беҙҙең өсөн айырыуса ҡыуаныслы. Республи­каның VIII–IX класс уҡыусыларынан торған төркөм заманса техника һатып алыу өсөн 200 мең һумлыҡ сертификат яуланы. X–XI класс уҡыусыла­рынан торған командаға иһә бер миллион һумлыҡ сертификат тапшырылды. Был аҡсаны юғары уҡыу йортона ингәндә уҡыу өсөн түләүгә, һөнәр буйынса белем алыуға булышлыҡ ҡыласаҡ ҡорамалдар һәм техника һатып алыуға йәки үҙ проектыңды тормошҡа ашырыуға тотонорға мөмкин.

Бынан тыш, еңеүселәргә Рәсәй юға­ры уҡыу йорттарына ингәндә өҫтәмә балдар биреү ҡаралған. “Мәғариф” милли проекты белем биреүҙең конкурентлыҡҡа һәләт­лелеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Уның маҡсаттарына ярашлы, илебеҙ мәктәптә уҡытыу сифаты буйынса донъяла тәүге ун дәүләт иҫәбенә инергә тейеш. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән милли проекттар 2019 йылда ғәмәлгә индерелде.

 

Лилиә НУРЕТДИНОВА.

Читайте нас