Йәмғиәт
16 Ноябрь 2021, 06:35

“Беҙ 4,1 миллиондан ашыубыҙ”

infopro54.ruinfopro54.ru
Фото:infopro54.ru

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тамамланды. Радий Хәбиров Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә һуңғы һандар менән таныштырҙы. Уның белдереүенсә, беҙҙә халыҡ һаны артҡан һәм 4,1 миллион тәшкил итә.

– Бик мөһим һәм күләмле сара тамамланды. Алдыбыҙға ҡуйылған ҙур дәүләт бурысы үтәлде. Иҫәп алыуҙы бик ентекле үткәреү сәбәпле, республикала халыҡ һаны 4,1 миллиондан артып киткән, – тине Радий Хәбиров.

Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, республика иҫәп алыуҙа ҡатнашыусылар һаны буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде.

– Бөгөн ҙур ышаныс менән шуны әйтергә була: республиканың бар халҡы һәм башҡа иҫәпләнергә тейеш кешеләр сарала ҡатнашты. Халыҡ һаны буйынса илдәге етенсе урынды һаҡлап ҡалдыҡ, – тине Әкрәм Ғәниев. – Беҙ быйыл республикаға ҡайтҡан һәм үҙҙәренең фатирҙарында йәки йорттарында йәшәгән, әммә элекке урыны буйынса теркәлгән күп кенә “себер” пенсионер­ҙарын да асыҡланыҡ.

Әкрәм Ғәниев белдереүенсә, һанлы технологиялар кисә генә тамамланған иҫәп алыу эшен тиҙләтте һәм ябайлаштырҙы. Улар ярҙамында уҙған сараның яҡынса һөҙөмтәләре апрелдә үк билдәле буласаҡ. Ә тулы һандар киләһе йылдың аҙағында әйтеләсәк. Элегерәк бының өсөн өс-дүрт йыл ваҡыт кәрәк ине.

“Башстат” етәксеһе төбәк киң матбуғат сараларының әүҙемлеген дә билдәләп китте. Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу барышы тураһындағы материалдар һаны буйынса Башҡортостан, Мәскәү менән Ростов өлкәләренән генә ҡалышып, өсөнсө урынды яулаған.

Бынан тыш, Әкрәм Ғәниев республика, район һәм ҡалалар етәкселегенә, эске эштәр системаһына ла рәхмәт әйтте. Министрлыҡ аппаратынан алып участка вәкилдәренә тиклем үҙ эшен аныҡ һәм һөҙөмтәле башҡарған.

– Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик ҙур эш башҡарылды. Уның һөҙөмтәләре менән барлыҡ власть органдары һәм урындағы үҙидара вәкилдәре файҙалана аласаҡ. Бында ҙур дәүләт программаларын эшләүҙән башлап, айырым инфраструктура объекттары – юлдар, мәктәп, дауаханалар һәм башҡаларҙы төҙөүгә тиклем ҡарарҙар инә, – тине етәксе.

Һуңғы арала илдә һәм Башҡорт­останда коронавирусҡа бәйле хәлдәр бер ни тиклем тотороҡлана башланы. Шул уҡ ваҡытта Европа илдәрендә хәл йәнә киҫкенләште, унда сирләгәндәр һаны бик артҡан. Башҡортостандағы һуңғы һандар менән вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин таныштырҙы.

Бер тәүлектә коронавирусты 676 кеше йоҡторған, 29 кеше һәләк булған. Дөйөм алғанда, республикала 96 меңдән ашыу кешелә (96257 кеше) был сир асыҡланған. 85195 кеше һауыҡҡан.

– Күреүебеҙсә, сирҙең үҫеүе туҡтаны. Ҡайҙалыр хатта һандар кәмей башланы. Икенсенән, ковидтан үлем осраҡтары ла аҙая. Өсөнсөнән, ковид госпи­талдәрендә урындарға көсөргәнеш түбәнәйҙе, – тине Радий Хәбиров. – Европала иһә хәлдәр насар. Германияла көн һайын 50 мең сирле кеше асыҡлана. Австрияла прививка яһатмағандар өсөн локдаун иғлан иткәндәр. Күп илдәрҙә төрлө саралар күрелә. Тәүҙә беҙҙә хәлдәр насар ине, хәҙер – уларҙа. Беҙ булғанына тынысланмайбыҙ, алдағы көндәрҙе уйлайбыҙ. Шуға күрә йоғошло сирҙәр госпиталдәре базаһын нығытырға йыйынабыҙ.

Республикала вакцинация әүҙем бара. Прививканың беренсе компонентын 1,81 миллион кеше һалдырған, тулыһынса был процедураны 1,51 миллион кеше тамамлаған.

Билдәле булыуынса, коронавирус сире йәнә ҡотороп киткәс, республикала планлы диспансерлаштырыу туҡтаты­лып торғайны. Кәңәшмәлә Максим Забелин ведомствоның өлкән йәштәгеләр өсөн был эште ҡабат башларға әҙерлеге тураһында әйтте һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтан быға рөхсәт һораны.

– Мотлаҡ башлағыҙ. Беҙгә алға ҡарап йәшәргә кәрәк. Үлем осраҡтары юғары, ошо сәбәпле ғүмер оҙонлоғо ла кәмей, – тине Радий Фәрит улы.

Республикала коронавирус менән ауырығандар өсөн әҙерләнгән урындар һанын да кәметә башлағандар. Мәҫәлән, бөгөнгә ҡарата йоғошло сирҙәр урындары һаны ике меңгә кәмегән һәм әле 5739-ҙы тәшкил итә. Урындарҙың 27 проценты буш. Оҙаҡламай Ғ. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауа­ханаһы, 5-се Өфө ҡала дауаханаһы, Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы, Һуғыш ветерандары госпитале, Баймаҡ, Дүртөйлө, Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы йоғошло ауырыуҙар госпиталдәре элекке тәртиптә эшләй башлаясаҡ.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Башҡорт­останда коронавирусҡа бәйле хәлдәр бер ни тиклем тотороҡланды. Әммә беҙҙең властар һәр үҙгәрешкә әҙер. Шуға күрә яҡын арала Сибай һәм Октябрьский ҡалаларында яңы йоғошло сирҙәр госпиталдәре төҙөү башланасаҡ.

Башҡортостан Башлығы белдере­үенсә, төҙөлөш эштәре декабрҙә башланып, ике ай самаһы дауам итәсәк.

– Республикала йоғошло ауырыуҙар дауаханалары базаһын нығытырға ҡарар иттек. Алдағы йылдарҙа ғына был сирҙән ҡотолоп булмаҫ, ахыры, – тине Радий Хәбиров.

Кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы сираттағы тапҡыр юлдарҙағы авариялар тураһында фекерен белдерҙе. Төбәктә авариялар һаны кәмеһә лә, уларҙа үлем осраҡтары артҡан.

– Юлдарҙағы хәл ҡатмарлы. Эйе, юл-транспорт ваҡиғалары һаны кәмене, әммә уларҙа һәләк булғандар артты. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл башында юлдарҙағы үлем кимәлен кәметеү буйынса ҡуйған планыбыҙҙы үтәй алмайбыҙ. Бының сәбәптәре бик күп. Әгәр бөтәбеҙ бергә, бар яуаплы ведомстволар үҙ-ара хеҙмәттәшлектә эшләһәк, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәшә алырбыҙ тип ышанабыҙ, – тине ул.

Яңы йыл байрамына ла күп ҡалманы. Республикала был байрамға әҙерлек әленән башланды. Радий Хәбиров, 1 декабргә тиклем бөтә ҡала һәм райондар биҙәлгән булырға тейеш, тине.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы  Алан Марзаев доклад менән сығыш яһаны. Ул, 20 декабргә тиклем бөтә муниципалитеттар ҙа байрам шыршылары, боҙ скульптуралар ҡуйырға, Яңы йыл ҡаласыҡтарын тантаналы асырға тейеш, тине. Властар быйыл 1160 боҙ ҡаласығы төҙөргә йыйына. Улар 722 майҙансыҡта, 258 ихата биләмәһендә, 174 башҡа урындарҙа һәм алты яр буйында урынлашырға тейеш. Шулай уҡ ҡышҡы спорт төрҙәрен яратыусыларға 756 каток туңдырасаҡтар һәм 1173 шыуғалаҡ эшләйәсәктәр.

“Байрам биҙәлеше сиктәрендә 2291 шыршы ҡуйыласаҡ, уларҙың 2145-е тере, 146-һы яһалма. Арт-объекттар һанын арттырырға йыйынабыҙ, улар биш меңгә етәсәк”, – тине Алан Марзаев.

Һәр йылдағыса, муниципалитеттар араһында иң яҡшы яңы йыл биҙәлеше һәм иң яҡшы боҙ ҡаласығына конкурс үткәреләсәк.

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас