Йәмғиәт
16 Ноябрь 2021, 04:55

Гөлназ Ҡорманаева – 10 бала әсәһе

Кисә гәзитебеҙ төркөмөндә Әсә көнөнә бағышланған конкурс иғлан иттек. Унда республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән 12 әсәй ҡатнаша. Конкурсанттарыбыҙ менән яҡындан таныштырыуҙы башлайбыҙ.

Гөлназ Ҡорманаева – 10 бала әсәһеГөлназ Ҡорманаева – 10 бала әсәһе
Гөлназ Ҡорманаева – 10 бала әсәһе

Мәғлүм булғанынса, кисә гәзитебеҙ төркөмөндә Әсә көнөнә бағышланған конкурс иғлан иттек. Унда республикабыҙҙың төрлө мөйөштәренән 12 әсәй ҡатнаша. Конкурсанттарыбыҙ менән яҡындан таныштырыуҙы башлайбыҙ.

Был әсәнең өлгөрлөгөнә, уңғанлығына һоҡланмай сара юҡ. Ишле ғаилә хәстәрҙәренә өлгөрөп тә, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап та, бихисап конкурстарҙа ҡатнашып та өлгөрөр өсөн күпме дәрт, көс кәрәк бит!

Дәүләкән районы вәкиле Гөлназ Ҡорманаева – 10 бала әсәһе. Иң өлкәне Нурфаязға – 18 йәш, ул БДУ студенты. Унан ары – Алһыу, Аэлита, Аделина, Динияр, Артур, Ислам, Виктория, Самира. Иң кесеһе Богдан әле сабый ғына, уға өс ай тулып килә.

Тормош иптәше Айнур Яҡуп улы менән балаларының һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирәләр. “10 баланың һәр ҡайһыһының үҙ холҡо, улар төрлө, һәр береһенең үҙенә генә хас сифаттары бар, – ти Гөлназ Фаил ҡыҙы. – Һәр кеме нимә менәндер мауыға. Ата-әсә булараҡ, беҙҙең бурыс – балаларыбыҙҙың һәләттәренә тулыһынса асылырға ярҙам итеү”.  

Уларҙың  ғаиләһендә шундай ҡағиҙә йәшәй: үпкәләмәҫкә, бер-береңде хөрмәт итергә. Үпкә һаҡлап ваҡытты әрәм иткәнсе, аңлашырға кәрәк, сөнки бер кешенең уйын икенсе берәү уҡый алмай. Иң ҡулайлыһы – асыҡтан-асыҡ һөйләшеп, асыҡлау икәнен әсә кеше балаларға кесе йәштән аңлатырға тырыша.

Фотола: Ҡорманаевтар ғаиләһе. 2020 йылды ҡаршылағанда (ғаилә архивынан).

Гөлназ Ҡорманаева – 10 бала әсәһе
Гөлназ Ҡорманаева – 10 бала әсәһе
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас