Йәмғиәт
16 Ноябрь 2021, 05:15

"Уйланылғандарҙы ваҡытында тормошҡа ашыра алһаҡ..."

"Республика был проектҡа тейешле ярҙамды күрһәтергә әҙер", - тине Радий Хәбиров.

"Уйланылғандарҙы ваҡытында тормошҡа ашыра алһаҡ...""Уйланылғандарҙы ваҡытында тормошҡа ашыра алһаҡ..."
"Уйланылғандарҙы ваҡытында тормошҡа ашыра алһаҡ..."

Республика Башлығы Радий Хәбиров Ишембай ҡалаһында эш сәфәрендә булды. Төбәк етәксеһе сәнәғәт һәм социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты, шулай уҡ Ишембай район Советы ултырышында ҡатнашты.

Ишембайҙа Радий Хәбиров Ленин проспектын реконструкциялау проекты менән танышты. “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы, был эште этаплап башҡарыуға федераль һәм республика бюджеттарынан 79,2 миллион һум аҡса бүленде. Төҙөүселәр юл япмаһын алмаштырған, һыҙаттарҙы 2-2,5 метрға киңәйткән, әле иһә яңы светофорҙар һәм яҡтыртҡыстар ҡуйыу менән мәшғүл.

Проспект буйлап сифатлы тротуар плитәһе түшәү, гранит бордюрҙар ҡуйыу һәм ҡарт ағастар урынына 150-гә яҡын йәш үҫенте ултыртыу күҙаллана. Муниципалитет был маҡсатҡа 28 миллион һумдан ашыу аҡса бүлгән. Проектты 2022 йылда тамамларға ниәтләйҙәр.

Ишембай ҡалаһындағы Бульвар урамында Радий Хәбиров “Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндерелгән күп фатирлы 35-се һәм 37-се йорттарҙың ихаталарын ҡарап сыҡты. Бында юлға һәм туҡталҡаларға асфальт түшәлгән, йәшелләндереү эштәре башҡарылған, балалар һәм спорт ҡорамалдары, эскәмйәләр, яҡтыртҡыстар ҡуйылған.

Ихаталар халҡы республика етәкселегенә һәм муниципалитет хакимиәтенә рәхмәт әйтте, ремонт, тотош йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү сифатына юғары баһа бирҙе. Улар шулай уҡ ҡалалағы подъездарҙы ремонтлау күләмен арттырыуҙы үтенде. Республика Башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

– Беҙ киләһе йылда подъездарҙы ремонтлау программаһын финанслауҙы арттырыу мөмкинлеген ҡарайбыҙ һәм муниципалитет менән берлектә ҡалалағы иң проблемалы йорттарҙы билдәләрбеҙ, – тине ул.

Халыҡ менән аралашҡанда Башҡортостан Башлығы кешеләрҙе, айырыуса өлкәндәрҙе коронавирусҡа ҡаршы вакцинаны әүҙемерәк һалдырырға саҡырҙы.

Район үҙәгендә Радий Хәбиров “Ишембай трикотажы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә булды. Предприятие Ишембай трикотаж фабрикаһы нигеҙендә ойошторолған, күп кенә хеҙмәткәрҙәр әле лә эшмәкәрлеген дауам итә. Бөгөн йәмғиәт балалар, ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар кейемен сығара. Продукцияның хәүефһеҙлеге һәм сифаты Евразия иҡтисади союзы сертификаттары менән раҫланған.

Фабриканың генераль директоры Динә Емельянова әйтеүенсә, предприятиела бәйләү, буяу цехтары төҙөкләндерелә, әле реконструкцияланған биналарға йылылыҡ үткәрелә.

Республика Башлығы белгестәрҙең хеҙмәтенә түләүҙе планға ярашлы арттырыу зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте.

– Тегенселәр бында эшкә килһен өсөн айына 15 мең түгел, ә яҡшыраҡ эш хаҡы түләргә кәрәк, – тине ул. – Шуны күҙҙә тотоғоҙ: “Алға” махсус иҡтисади зонаһында яңы тегеү производстволары асылһа, кешеләр уларҙың эш тураһындағы тәҡдимдәрен ҡараясаҡ, шуға күрә предприятие конкурентлыҡ ҡеүәһен юғалтмаҫҡа тейеш.

Республика етәксеһе фабрика етәкселеген еңел сәнәғәткә дәүләт программаһына ярашлы бүленгән субсидияларҙы әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы. 2020-2021 йылдарҙа “Ишембай трикотажы” 19,5 миллион һумлыҡ дәүләт ярҙамы алған.

– Заманса технологияларҙы үҙләштерегеҙ, баҙарҙа конкурентлыҡ ҡеүәгеҙҙе арттырығыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Беҙ еңел сәнәғәт ихтыяжына ҙур иғтибар бирәбеҙ. “Юл картаһы” әҙерләгеҙ һәм пландарығыҙ менән “Сәнәғәт сәғәт”тәренең береһенә килегеҙ. Унда дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән ҡарарҙы йылдам ҡабул итербеҙ.

Ишембайға эш сәфәрендә төбәк етәксеһе Башҡорт нефтен беренсе асыусылар майҙанын реконструкциялау проекты менән танышты. Радий Хәбиров Ишембайға былтыр октябрҙәге сәфәрендә майҙанды реконструкциялау тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Эште 2022 йылда – Башҡортостанда “ҡара алтын” сығара башлауҙың 90 йыллығына – тамамларға тейештәр.

“Архитектура оҫтаханаһы” йәмғиәтенең баш архитекторы Дмитрий Винкельман әйтеүенсә, йәмәғәт киңлеген үҫтереү концепцияһы Ишембай халҡының фекерен иҫәпкә алып төҙөлгән. Ул төрлө күмәк саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота. Проектҡа амфитеатр, ял зонаһы, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, бәләкәй бизнестың сауҙа, хеҙмәттәр һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәһендәге эше өсөн киңлектәр индерелгән. Ленин проспектының майҙан эргәһендәге өлөшө йәйәүлеләр өсөн ҡулайлаштырыла. Башҡортостан Башлығы тәҡдим ителгән концепцияны хупланы.

– Уйланылғандарҙы ваҡытында тормошҡа ашыра алһағыҙ, бик шәп буласаҡ, – тине ул. – Республика был проектҡа тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/147549.html

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас