

Илеш районының Муса Гәрәев исемендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Гүзәл Нуриева – эшендә лә, өйөндә лә, йәмәғәт сараларында ла өлгөр, бурыстарын теүәл башҡарған ханым.
Мәғлүм булыуынса, ул "Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә барған "Әсә күңелен ҡояш тиҙәр, унда күпме яҡтылыҡ!" тип аталған конкурста ҡатнаша. Гүзәл Рәсим ҡыҙы - өс бала әсәһе. Хәҙер инде ҡәйнә лә булған гүзәл зат күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, күңеленә ял биргән шөғөлө – сәскә үҫтереү.
Ире Радик Риф улы менән балаларына матур тәрбиә биреп үҫтерергә ынтыла улар. Өлкән ҡыҙҙары Айгөл инде үҙ ғаиләһен ҡорған. Наилә – студент. Кеселәре Радмир – балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе, икенсе йыл көҙ мәктәпкә барасаҡ. "Бар буш ваҡытыбыҙҙы балаларға арнарға тырышабыҙ. Улар – тормоштоң мәғәнәһе, йәшәүгә көс биреүсе", – ти Гүзәл Рәсим ҡыҙы.
Фотолар ғаилә архивынан.