

Аҡ ҡылғанлы далалары, өйөр-өйөр йылҡылары һәм ҡуйҙары, ер аҫты байлыҡтары, ҡунаҡсыл һәм эшһөйәр халҡы менән дан тота Хәйбулла районы. Һәр саҡ алға ҡарап йәшәгән төбәктең социаль-иҡтисади хәле өлгө итеп ҡуйырлыҡ: төҙөлөш объекттары сафҡа инә, юлдар төҙөкләндерелә, күперҙәр һалына, шәхси йорттар йылдам ҡалҡа... Был эштәрҙең барыһы ла халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Билдәле яҡташтары менән дә хаҡлы ғорурлана хәйбуллалар. Арҙаҡлы бейеүсе Мөхәмәт Иҙрисов, күренекле яҙыусылар Ҡәҙим Аралбаев, Йомабикә Ильясова, Ҡадир Әлибаев, Фәрзәнә Аҡбулатова, тау белгесе Миңләхмәт Моталов, билдәле сәхнә оҫтаһы Хөрмәтулла Үтәшев, танылған ҡурайсылар Сәйфулла Дилмөхәмәтов, Ишморат Илбәков һәм башҡа талант эйәләре ошо бәрәкәтле төбәктә ҡанат нығытҡан.
Ә бөгөн ниндәй уй-хыял, маҡсаттар менән йәшәй хәйбуллалар? Хәл итәһе ниндәй көнүҙәк мәсьәләләре бар? Район хакимиәте башлығы Рөстәм ШӘРИПОВ менән әңгәмәбеҙ ошо хаҡта.
– Рөстәм Динислам улы, быйылғы йыл район халҡына, шул иҫәптән һеҙгә лә ҙур һынауҙар ҡуйҙы. Ҡоролоҡ, урман янғындары булһынмы, башҡа сетерекле мәсьәләләр килеп тыуһынмы, уларҙың барыһын да еңеп сыға алдығыҙ. Һөйләшеүҙе ошо юҫыҡтан башлайыҡ әле.
– Ысынлап та, быйыл еңелдән булманы. Шулай ҙа миҙгелгә үпкәләргә ярамай, һәр йылдың уңышлы яҡтары ла бар, ауырлыҡтары ла етерлек була. Районда йылдан-йыл ҡабатлана килгән ҡоролоҡ ауыл хужалығы эшсәндәре өсөн йәнә оло һынау тыуҙырҙы. Былтыр беҙ 70 мең тонна уңыш йыйып алһаҡ, быйыл ни бары 15 тонна тәшкил итте. Сәсеү майҙандарының 60 проценттан ашыуы ҡоролоҡтан юҡҡа сыҡты.
Фермерҙар гектарынан ни бары ике-өс центнер уңыш йыйып алды, был хатта уларҙың яҙ сәскән орлоғоноң да хаҡын ҡапламай, шуға күрә район һәм республика етәкселеге ауыл эшсәндәренә һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа. Уларға орлоҡ һатып алыу, кредиттарын түләү буйынса ташламалар йә иһә уны ҡайтарыу ваҡытын бер аҙ кисектереү өсөн субсидиялар бүлеү буйынса эш алып барыла. Ҡоролоҡтан зыян күргән шәхси ихаталарҙа мал тотоусыларға ла дәүләт ярҙамы күрһәтелә.
Белеүегеҙсә, райондың урман-тау зонаһында, йәғни Аҡъюл, Әбеш һәм Ивановка ауыл биләмәләрендә 4 августан урман янғындары сыҡты һәм бер айға тиклем дауам итте. Ғәмәлдә урман янғындары район халҡының берҙәмлеге һәм уртаҡ көсө, республика етәкселегенең ярҙамы менән генә тулыһынса һүндерелде. Шулай уҡ райондың сәнәғәт предприятиеларының ғәйәт ҙур ярҙамы булды, уларҙың ҡеүәтле техникаһы һәм хеҙмәткәрҙәре лә “ҡыҙыл әтәс”те ауыҙлыҡлауға үҙ өлөшөн индерҙе. Урындағы халыҡтың үҙ ере, тауы-урманы, һәр ағасы, тыуған төйәге өсөн йөрәге янып, уны һаҡлауҙа, ҡотҡарып ҡалыуҙа бар яҡлап ярҙам итеүе, хатта ғүмерен бирергә әҙер булыуы һоҡландырҙы! Барыһы ла берҙәм, уртаҡ маҡсат һәм уй-ниәт менән тыуған тәбиғәтте уттан һаҡлау өсөн ҡалҡандай күтәрелде. Барлыҡ көстәрен һалып, төрлө ауырлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, бәләне еңеп сыҡтылар. Улай ғына ла түгел, ут һүндерелгәс тә, ауыл халҡы үҙ башланғысы менән ут сығыу осраҡтарын ҡабаттан булдырмау маҡсатында тәүлек әйләнәһенә дежурлыҡ ойошторҙо.
Үҙҙәренең шәхси ваҡыты, байрам, ял көндәре, планлаштырылған эштәре менән иҫәпләшмәйенсә, барыһының да янғынға ҡаршы көрәштә теләп ҡатнашыуы оло хөрмәткә һәм ихтирамға лайыҡ. Кемдер үҙенең йортонда оператив штаб ойошторҙо, икенселәре туҡланыу урындары булдырҙы, бәғзеләре көн-төн янғын һүндереүселәргә ризыҡ әҙерләп, ҡаҙан янынан китмәне, райондың барлыҡ эшҡыуарҙары аҙыҡ-түлек хәстәрләүҙә, янғын һүндереүҙә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итте. Барыһына ла ҙур рәхмәт белдергем килә. Әле иһә шул ауыр ваҡытта ярҙам иткәндәргә рәхмәт әйтеп, аҙ ғына булһа ла матди ярҙам күрһәтеү юлдарын барлайбыҙ.
Был аяныслы янғындар район халҡын берләштерҙе, халыҡ менән властың бер тында, бер һулышта эшләүен күрһәтте. Бәлә килгәндә хәйбуллалар яңғыҙ ҡалманы, республика етәкселеге лә, төрлө ҡала һәм район халҡы ла, ирекмәндәр ҙә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!
– Район халҡы урман янғындарынан тын алып та өлгөрмәне, гөлт итеп Ғәлиәхмәт ауылы мәҙәниәт йорто янып ҡуйҙы...
– Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тигәндәре хаҡтыр, күрәһең. Быйыл Аҡъюл ауыл биләмәһе өсөн бигерәк тә ауыр булды. Инде халыҡ тынысланып, бер аҙ үҙ эштәре менән булыша ғына башлағайны, бер нисә сәғәт эсендә ауыл уртаһында бар ауылға йәм биреп ултырған мәҙәниәт йорто янып бөттө. Бөгөн ут сығыу сәбәптәрен асыҡлау эше алып барыла.
Ауыл мәктәбенең бушыраҡ торған майҙанында халыҡтың йыйылыр урыны булһын, мәҙәни саралар ойошторолһон, тигән маҡсаттан сығып, урын бүленде. Киләсәктә ауылда яңы мәҙәниәт усағы төҙөү планлаштырыла. Уның тураһында әле һөйләшеү алып барабыҙ, Ғәлиәхмәттә мәҙәни усаҡ мотлаҡ булырға тейеш, сөнки ул район үҙәгенән йыраҡта. Икенсенән, ул – Аҡъюл ауыл биләмәһе үҙәге. Был төбәктә халыҡ та бик дәртле һәм талантлы.
– Төҙөлөш бар ерҙә – үҫеш бар, тиҙәр. Бөгөн бер аҙ туҡталып ҡалған, район халҡы өсөн күптән көтөлгән социаль объекттар – бассейн менән мәктәп төҙөлөшө яңынан башланды. Был хаҡта ни әйтерһегеҙ?
– Ысынлап та, район халҡы өсөн мөһим булған был ике төҙөлөштөң дә үҙ эштәренә яуапһыҙ ҡараған ойошмаға йөкмәтелеүе сәбәпле, байтаҡ проблемаларға юлыҡтыҡ. Эш башланып та өлгөрмәҫ элек 3-сө мәктәп төҙөлөшө туҡтап ҡалды, яртылаш һалынған бассейндағы эштәрҙе лә кисектерергә мәжбүр булдыҡ.
Оҙайлы һөйләшеүҙәр алып барып, төрлө инстанцияларҙың ишеген ҡаға торғас, ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды. Бассейнда төҙөлөш йәнләнде, ул район халҡына Яңы йылға ҙур бүләк булыр, тип өмөтләнәбеҙ. 550 урынға иҫәпләнгән мәктәбе һәм 140 урынлыҡ интернаты булған өр-яңы объектты төҙөү эшен яңы подрядсы ойошма үҙ иңенә алды. Проектҡа үҙгәрештәр индерелеп, төҙөлөш яңы һулыш ала: ҡайтанан эш башланды. Тиҙҙән Бүребайҙа физкультура-һауыҡтырыу комплексы ла сафҡа инәсәк.
Әле районда юлдарҙы ремонтлау, яҡтылыҡ булдырыу, һыу менән тәьмин итеү, юғары тиҙлекле интернет үткәреү, яңы төҙөлгән биҫтәләргә электр һәм газ үткәреү эше дауам итә. Был маҡсатҡа район бюджетынан ғына ла 40-50 миллион һум аҡса бүленде, республика һәм федераль бюджеттан бер миллиард һумға яҡын йүнәлтелде. Комсомол һәм Вәлит ауылдарында Кесе Урғаҙа йылғаһы аша 29 метр оҙонлоғонда һәм алты метр киңлектәге яңы күпер һалына. Проект хаҡы – 36 миллион һум.
– Рөстәм Динислам улы, “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы ла райондың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә тос өлөш индерә һәм уны тормошҡа ашырыуҙа халыҡ та әүҙем ҡатнаша.
– Әлбиттә. Район был программа барлыҡҡа килгәндән алып йыл һайын ҡатнаша. Иң мөһиме – оҙаҡ ваҡыт хәл ителмәгән мәсьәләләр хәл ителә: балалар өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, юлдар һалына, урамдар яҡтыртыла, ауыл зыяраттары төҙөкләндерелә.
Быйыл райондың 12 ауыл биләмәһе, төрлө проект өсөн тауыш биреп, конкурста еңеп сыҡты. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә генә Иҫәнгилде ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яландарында ятып ҡалған, һуғыштан иҫән ҡайтып вафат булған ауылдаштар иҫтәлегенә арналған обелиск тантаналы шарттарҙа асылды. Проект хаҡы – 351 мең һум. Яковлевка ауылы халҡы ошондай уҡ обелискты ремонтлауға тауыш бирҙе.
Федоровка ауылы халҡы 698800 мең һумлыҡ проектты уңышлы яҡланы, улар ауыл зыяратын төҙөкләндерәсәк. Ивановка ауылы урамдарына яҡтылыҡ үткәреләсәк, ә маҡандар “Тәүге сиҙәмселәр” паркын төҙөкләндермәксе. Степной урта мәктәбенә 600 мең һумлыҡ яңы йыһаз алынасаҡ, Первомайский мәктәбенең спорт залы иһә яңы тренажерҙар менән тәьмин ителәсәк. Атингән ауыл биләмәһе проект хаҡы 800 мең һум булған йылы ангар төҙөйәсәк.
Шулай уҡ бында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты ла уңышлы эшләй. Бынан тыш, “Кесе Ватан мәҙәниәте” проекты буйынса райондың күп кенә мәҙәни усаҡтарында ремонт эштәре башҡарылды, яңы музыка ҡоралдары, сәхнә кейемдәре алынды.
– Күптәрҙе юлдар мәсьәләһе лә борсой торғандыр?
– Үкенескә ҡаршы, уларҙың торошо менән маҡтана алмайбыҙ. Юлдар – район халҡы тарафынан да күтәрелгән иң көнүҙәк проблемаларҙың береһе, шуға күрә был тәңгәлдә лә маҡсатлы эш алып барыла. Үткән йылда Маҡан ауылында, “Туған урам” программаһына ярашлы, 18 миллион һумға ике километрға яҡын юл һалынды. Быйыл Бүребайҙың өс урамында асфальт түшәлә, Аҡъярҙың Мортазин, Аҡмулла, Батанов урамдары ла, Яңы Петровка ауылы урамы ла асфальтланды.
Беҙҙең райондан Магнитогорск – Ырымбур юлы, шулай уҡ Сибай йүнәлешендә төбәк өсөн әһәмиәтле юлдар үтә. Һамар ауылына ингән урында дүрт километрға яҡын юл төҙөлдө, ул киләһе йылда ла дауам итәсәк. Аҡрынлап юлдарҙы ремонтлау, асфальт түшәү эштәре алға бара.
– Мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә килгәндә...
– Социаль өлкәләргә иғтибар ҙур, йыл һайын район бюджетынан ҙур күләмдә аҡса бүленә. Күптән түгел “Мәҙәниәт өлкәһендә муниципаль учреждениеларҙы ремонтлау” программаһы буйынса 6,5 миллион һумға Байғусҡар ауылы клубын тулыһынса яңыртып астыҡ. “Кесе Ватан мәҙәниәте” программаһы нигеҙендә иһә Йәнтеш клубы ремонтланды, автобус та алынды. Шулай уҡ Пугачевка менән Аҡташ клубтары ла яңы төҫ алды, Әбүбәкер клубының ҡыйығы алмаштырыласаҡ. Әбеш ауылы клубында халыҡ һорауы буйынса ремонт эштәре башланды.
Мәғариф өлкәһенә ҡарата ла иғтибар һәр саҡ көслө: республика бюджетынан бүленгән аҡсаға Подольск ауылындағы мәктәп тулыһынса яңынан эшләнде, әле ундағы балалар баҡсаһында капиталь ремонт бара. Мәғариф ойошмаларында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында дүрт миллион һум аҡса йүнәлтелде. Шулай уҡ мәктәптәрҙә спорт залдарын, ашханаларҙы ремонтлау, балалар баҡсаларына заманса уңайлыҡтар тыуҙырыу маҡсатында төрлө эштәр башҡарыла.
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә төп мәсьәләләрҙең береһе – табиптар етешмәй. Шулай ҙа был өлкәлә лә яҡшы һөҙөмтәләр бар. Былтыр биш ауылда фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды, быйыл Әҙел, Аҡназар, Маҡан һәм Федоровка ауылдарында модулле ФАП-тар төҙөү планлаштырыла, әле эштәр башланды ла инде. “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” предприятиеһы бүлгән 20 миллион һумға Бүребайҙа ауыл фельдшер амбулаторияһы капиталь ремонтланды.
– Коронавирус сире әле сигенергә уйламай. Был тәңгәлдә районда хәлдәр нисек?
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ковид-19 вирусы беҙҙең тормошҡа оҙаҡҡа килгәнгә оҡшай. Хәйбулла районы – республика буйынса “йәшел зона”ла, әммә был беҙгә тынысланырға ирек бирмәй. Һәр ерҙә һаҡланыу саралары ҡәтғи үтәлә, аңлатыу эштәре алып барыла. Халыҡ хәҙер үҙе лә хәлдең көндән-көн киҫкенләшә барыуын аңланы, теләп прививка эшләтә. Йәй көнөнә 10-15-ләгән кеше вакцина яһата ине, хәҙер был һан 100-гә, хатта 200-гә барып етте.
Район буйынса 253 кеше коронавирус менән сирләгән, 34 кеше вафат булған. Халыҡҡа тағы бер тапҡыр мөрәжәғәт итер инем: ковид-19 бер кемде лә аямай, шуға күрә үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ, хәүефһеҙлек сараларын инҡар итмәгеҙ, прививка яһатығыҙ. Һау-сәләмәт булайыҡ!
– Йәш, энергиялы етәксе өсөн хәл итмәҫтәй проблемалар юҡтыр, әлбиттә, ә шулай ҙа төбәктә хәл итәһе мәсьәләләр ҙә етәрлек.
– Әле әйтеүемсә, иң төп проблемаларҙың береһе – юлдар һәм һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһе, аҡрынлап уны ла хәл итәбеҙ. Быйылғы ҡоролоҡ осоронда ла район халҡы һыуһыҙ булманы, артабан да ошо йүнәлештә эштәр дауам итәсәк.
Районыбыҙҙың киләсәге өмөтлө, иҡтисады тотороҡло, шуға күрә киләсәктә район халҡының көнкүреш шарттарын яҡшыртып, улар өсөн бар уңайлыҡтар тыуҙырып, хәйбуллаларҙың үҙҙәре тыуып үҫкән ерҙә йәшәүҙәрен теләр инем, сөнки бөгөн халыҡтың бүтән төбәктәргә китеүе күҙәтелә, эске миграция һөҙөмтәһендә ауыл ерендә оло йәштәгеләр генә ҡала бара. Ауылдарҙың ҡартая барыуы, йәштәрҙең ситкә китеүе борсоуға һала.
– Әһәмиәтле, фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
- Кәримә УСМАНОВА.