

Ҡунаҡбай ауыл биләмәһе “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында йыл һайын әүҙем ҡатнаша.
2014 йылда программа ғәмәлгә инеү менән, улар иң тәүге бурыстары итеп герой ауылдаштары Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов) исемендәге мәҙәни-тарихи үҙәкте төҙөкләндереү мәсьәләһен күтәреп сыға.
Программа ярҙамында 1 миллион 900 мең һумға музейҙың йылытыу системаһы яңыртылып, капиталь ремонтлана, Еңеү паркы тимер рәшәткә менән кәртәләнә, стендтар булдырыла. Ауыл халҡы ҙур әүҙемлек күрһәтеп, 146 мең һум аҡса йыйып тапшыра.
2015, 2017 йылдарҙа биләмәләге юлдар ремонтлана, 2016 йылда Илтабандың зыяраты кәртәләнә, йәнә өс йылдан Ҡунаҡбайҙың урамдары яҡтыртыла.
– Программа тормошҡа ашырыла башлаған тәүге йылдарҙа халыҡ уның һөҙөмтәһенә бик ышанып та етмәне. Инициативалы төркөм туплау, аҡса йыйыу кеүек эштәрҙе лә ойоштороу ҡатмарлыҡтар тыуҙыра ине. Хәҙер хәл бөтөнләй икенсе – һәр башланғысты күтәреп алырға әҙер генә торалар, әүҙемлек күрһәтәләр. Былтыр биләмә халҡы күпселек тауыш менән Аҡҡужа ауылында яҡтыртҡыстарҙы яңыртыу идеяһын хуплап сыҡты, – ти урындағы хакимиәттең эштәр идарасыһы Азат Закиров.
Коронавирус инфекцияһы хәүефе янау сәбәпле, халыҡтың тәҡдимдәрен хакимиәт белгестәре өй буйынса йөрөп яҙып ала, дөйөм йыйылыштар бар санитар талаптарҙы күҙәтеп ойошторола.
Хакимиәткә конкурс документтарын тултырыуҙа, халыҡтан аҡса йыйыуҙа, эш барышын контролдә тотоуҙа ярҙам итеү өсөн әүҙем, алдынғы ҡарашлы кешеләрҙән торған инициативалы төркөм дә һайлана.
– Ауылыбыҙҙа балалар һаны байтаҡ, ололар ҙа күп. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, урамдарыбыҙҙа элек ҡуйылған лампаларҙың байтағы эшлектән сыҡты, яңы биҫтәләр бөтөнләй яҡтыртылмай ине. Ҡыш иртә ҡараңғы төшә, балалар мәктәптән ҡайтҡанда хәүефле, ололар өсөн дә борсолабыҙ, – ти төркөм етәксеһе, мәҙәниәт йорто директоры Нәғим Аллаяров.
Заманса яҡтыртҡыстар энергияны күп сарыф итмәүе һәм оҙаҡҡа етеүе менән отошло. Сметаға ярашлы, проект хаҡы 1 миллион 763 мең һум тәшкил иткән. Республиканан – бер миллион һум, урындағы бюджеттан 293 мең һум аҡса бүленгән. Проекттың 350 меңен, бағыусы булараҡ, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты ҡаплаған, ҡалған 120 мең һумды халыҡ йыйған. Тендерҙа еңеп, подрядсы хоҡуғына эйә булған Өфө районынан “Саттарова” шәхси предприятиеһы ошо көндәрҙә яҡтыртҡыстарҙы яңыртыу эштәрен башлаған да инде.
Подрядсылар, бурыстарына яуаплы ҡарап, эштәрҙе ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарһын, ә аҡҡужалар берҙәмлектең һөҙөмтәһен күреп, уның татлы емешен тиҙерәк татыһын, тип теләге килә.
Римма СОЛТАНОВА.