Йәмғиәт
17 Ноябрь 2021, 04:33

Абруйлы атай, уңған әсәй өлгөһөндә

Йорт һалып, тәрбиәле балалар үҫтереп йәшәйҙәр.

ғаилә архивынан.ғаилә архивынан.
Фото:ғаилә архивынан.

Ҡунаҡбай – Учалы районының ҙур ауылдарының береһе, ҡалаға яҡын булғас, ер майҙаны алып, шәхси йорт һалыусылар йылдан-йыл күбәйә, шуға күрә демография күрһәткестәре лә арта.

Ауылда үҙ ҡулдары менән күркәм йорт һалып, тәрбиәле балалар үҫтереп, гөрләтеп йәшәгән йәштәр күп. Шуларҙың береһе – Абдуллиндар. Ғаилә башлығы Азат Мансур ауылында тыуып үҫә, һәр ауыл балаһы кеүек, ул да бала сағынан ата-әсәһенә мал-тыуар ҡарашып, йорт-ихата тирәһендә булышып буй еткерә. Тыуған ауылы мәктәбендә урта белем алғас, ҡалалағы һөнәрселек учили­щеһында иретеп йәбештереүсегә уҡый. Хеҙмәт юлын Саңғалыҡ диорит карьерында башлай.

Ҡала ҡыҙы Нәзирә йыш ҡына Мансурға өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа килеп йөрөй. Азат менән бергә уйнап, уны белеп-күреп үҫә. Кескәй сағынан уҡытыусы булырға хыяллана. Урта мәктәпте яҡшы билдәләргә генә тамамлағас, БДУ-ның Сибай институтына уҡырға инә. Дипломлы йәш белгес хеҙмәт юлын Ҡалҡан мәктәбендә башлай.

Бала саҡтағы дуҫлыҡ, йылдар үткәс, мөхәббәткә әйләнә – хистәренең ғүмерлеккә булғанын аңлаған Азат менән Нәзирә гөрләтеп туй үткәрә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ваҡытҡа олатаһы менән өләсәһе гүр эйәһе була, йәштәр ололарҙың буш торған йортонда төпләнә. Нәзирә эшен Мансур мәктәбендә дауам итә. Ғаиләгә йәм өҫтәп, бер-бер артлы улдары Тимур һәм ҡыҙҙары Азалиә, улар уҡыуға төшөүгә, кинйәләре Әмир донъяға килә.

– Мансур ауылы бик күркәм ерҙә урынлашҡан, халҡы ла егәрле, берҙәм. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙы оҙаҡ йылдар экология проблемаһы борсой. Саңғалыҡ диорит карьерынан сыҡҡан саң, ел ыңғайына ауылға тиклем килеп етеп, һауаны бысрата. Һуңғы йылдарҙа ғына предприятие проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләй башланы, – ти Нәзирә Ринат ҡыҙы.

Балаларының һәм үҙҙәренең һаулыҡтары өсөн борсолған Абдуллиндар Ҡунаҡбай ауылынан ер  алып, яңы йорт һалырға тәүәккәлләй. Ауыл ерендә йәшәгән йәш белгестәр булараҡ, ғаиләгә бер миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы ла күрһәтелә.

2018 йылда йорт туйлай улар. Азат Айҙар улы “Урал таштары” предприятиеһына һөнәре буйынса эшкә төшә. Нәзирә Ринат ҡыҙын ауыл хакимиәтенә белгес итеп эшкә саҡыралар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар икеһе лә үҙҙәрен яңы эш урындарында бурыстарына яуап­лы ҡараған хеҙмәткәрҙәр итеп таныта.

Абдуллиндарҙың ауылдың яңы биҫтәһендә урынлашҡан эре бүрәнәләрҙән төҙөлгән, ыҡсым ғына ике ҡатлы йорто әллә ҡайҙан күренеп тора.

– Йортобоҙҙо үҙебеҙҙең проект буйынса төҙөнөк. Һәр кемдең бәләкәй генә булһа ла үҙ бүлмәһе булһын тип тырыштыҡ. Тормош иптәшемдең ҡулы оҫта, бөтә нәмәне тиерлек үҙ ҡулдарыбыҙ менән эшләнек, – ти Нәзирә Ринат ҡыҙы.

Ысынлап та, йортта һәр кемдең үҙ мөйөшө булдырылған. Беренсе ҡатта аш бүлмәһе, ҙур булмаған зал һәм ике йоҡо бүлмәһе урынлашҡан. Икенсе ҡатта ла ике айырым бүлмә хәстәрләнгән.

Абдуллиндар тәбиғи төҙөлөш материалдарына өҫтөнлөк биргән, стеналарҙы йышып, бүрәнә килеш ҡалдырған. Йортҡа инеү менән хуш ҡарағай еҫе аңҡып тора. Алтын ҡуллы ғаилә башлығы, ағасты һырлап, төрлө биҙәктәр, аркалар ҙа эшләгән. Йортта ҡалалағы кеүек бөтә уңайлы шарттар ҙа булды­рылған. Өй утын яғып йылытыла, электр менән дә кәрәкле температураны көйләргә була. Йәй көндәрендә аш-һыу бүлмәһе иркен верандаға күсә.

Әле төҙөлөш эштәре тамамлан­маһа ла, ихата эсендә тәртип булдырылған. Мунсаны, заманса материалдан гаражды ла үҙҙәре төҙөгән. Ишек алдарына таш түшәгәндәр.

Баҡсалары ла мул уңыш бирә тырыштарҙың. Хужабикә сәскәләр үҫтерергә ярата. Йәйен, көҙөн ихата, алғы баҡса сәскәгә күмелә, йорт эсендә үҫтергән гөлдәре лә йыл әйләнәһенә күҙҙең яуын алып ултыра.

Балалары ла үҙҙәренә оҡшап егәрле булып үҫеп килә Абдул­линдарҙың. Ата-әсәләренә һәр эштә ярҙам итергә ынтылып торалар, мәктәптә лә яҡшы уҡыйҙар. Туғыҙынсы класта белем алған Тимур музыка мәктәбендә баян, ҡурай кластарына йөрөй, етенселә уҡыған Азалиә иһә фортепиано менән вокал бүлектәрен һайлаған. Әмир әле балалар баҡсаһында тәрбиәләнә, шуҡ, һәр нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан булып үҫеп килә.

Абдуллиндар республика, күрше өлкәләр буйлап сәйәхәт итергә лә өлгөрә. Ҡайҙа барһалар ҙа, шул иҫтәлекле урындың тарихы менән танышалар, музейҙарҙа йыш булалар. Ғаилә башлығы – тәжрибәле балыҡсы ла, шуға күрә тәбиғәт ҡосағында ял итергә лә ваҡыт таба улар.

– Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Балаларыңды нисек тәрбиәләйһең, шундай булып үҫә инде улар. Иң тәүҙә ата-әсә үҙе үрнәк күрһәтергә тейеш, – ти Азат Айҙар улы.

Әйткәндәй, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған ғаиләлә бөгөнгө заманда һирәк күҙәтелгән атай абруйының көслө икәнлеге күренеп тора, бер-береңде хөрмәт итеү мөхите тойола.

- Римма СОЛТАНОВА.

Читайте нас