Йәмғиәт
17 Ноябрь 2021, 16:00

Бәхет сере ниҙә?

Лиананы яҙмыш елдәре Ҡырмыҫҡалы егете Динар менән осраштырып, ошондағы Аҡтүбә ауылы килене иткән.

Бәхет сере ниҙә?Бәхет сере ниҙә?
Бәхет сере ниҙә?

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә барған әлеге конкурста ҡатнашҡан Лиана Мозафарова – Йәмле Дим буйҙарынан, Әлшәй ҡыҙы. Уны яҙмыш юлдары Ҡырмыҫҡалы егете Динар менән осраштырып, ошондағы Аҡтүбә ауылының килене иткән. Хәҙер дүрт бала әсәһе ул.

Оло ҡыҙҙары Азалия – 4-се, игеҙәктәр Азалина менән Розалина 2-се класта уҡый. Спорт менән шөғөлләнәләр, йырларға, бейергә яраталар, яҡшы уҡыйҙар. Бәләкәй Линарға – өс йәш. Бик шуҡ, етеҙ малай. Ишле, татыу ғаилә үҙҙәре һалып ингән иркен, заманса йортта шау-гөр килеп донъя көтә.

Бешеренергә яратҡанғалыр, Лиана ашнаҡсы һөнәрен үҙ иткән. Балалары хәҙер - уң ҡулы, әсәләре эргәһендә аш-һыу бүлмәһендә уралырға яраталар.  

Күңеленә ял биргән шөғөл – китап, гәзит-журнал уҡыу, шиғыр яҙыу. Сигеү сигергә, ырғаҡ менән бәйләргә ярата. “Мин - бәхетле ҡатын, әсәй. Алдағы көндәрҙә лә шулай берҙәм йәшәргә яҙһын. Тормош сикһеҙ матур!” – ти Лиана Раил ҡыҙы.                                                         

Фотолар ғаилә архивынан.

Бәхет сере ниҙә?
Бәхет сере ниҙә?
Бәхет сере ниҙә?
Бәхет сере ниҙә?
Бәхет сере ниҙә?
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас