Йәмғиәт
17 Ноябрь 2021, 12:00

Категорияһы билдәләнмәгән ерҙәр икеләтә кәмегән

Күсемһеҙ милек реестрын мәғлүмәттәр менән тулыландырыу буйынса “юл картаһы” раҫланды.

Категорияһы билдәләнмәгән ерҙәр икеләтә кәмегәнКатегорияһы билдәләнмәгән ерҙәр икеләтә кәмегән
Категорияһы билдәләнмәгән ерҙәр икеләтә кәмегән

Башҡортостанда ер участкаларының файҙаланырға рөхсәт ителгән төрҙәрен һәм категорияларын асыҡлау буйынса эш алып барыла. Бындай мәғлүмәттәр булмай тороп, участкаларҙың бер өлөшө 2022 йылға планлаштырылған дәүләт кадастр баһаһы ғәмәлдәрен теүәл башҡара алмаясаҡ.

Республика Хөкүмәте һәм “Росреестр”ҙың төбәк идаралығы быйыл күсемһеҙ милек реестрын көнүҙәк мәғлүмәттәр менән тулыландырыу буйынса “юл картаһы”н раҫланы. Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һәм “Росреестр”ҙың республика идаралығы етәксеһе Петр Клец ҡул ҡуйҙы.

Раҫланған саралар планында участкаларҙың һәм биләмәләрҙең аныҡ сиген билдәләү, элегерәк иҫәпкә алынған күсемһеҙ милек объекттарының хужаларын асыҡлау, комплекслы кадастр эштәрен башҡарыу, ҡайһы бер һалым һалыу объекттарын етмәгән мәғлүмәттәр менән тулыландырыу ҡарала. Андрей Назаров әйтеүенсә, “юл картаһы” Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына граждандарҙың һәм ойошмаларҙың хоҡуғын яҡлау өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙе индереүгә, ер бәхәстәрен кәметеүгә, файҙаланылмаған күсемһеҙ милекте әйләнешкә индереүгә һәм һалым һалыуға йүнәлтелә.

– Республика Хөкүмәте был эшкә булышлыҡ итә. Быйыл декабрҙә төбәк Башлығына уның һөҙөмтәләре һәм муниципаль берәмектәрҙең “юл картаһы”н тормошҡа ашырыуға йәлеп ителеү кимәле тураһында хәбәр итәсәкбеҙ, – тине Андрей Назаров.

– Быйыл июнгә ҡарата төбәктә ике мең ер участкаһының категорияһы асыҡланды, 23 мең участканың рөхсәт ителгән файҙаланыу төрө билдәһеҙ йәки уның формулировкаһы аныҡ түгел ине. Башҡарылған эш һөҙөмтәһендә ноябрь башына категорияһы билдәләнмәгән ер бүлемдәре һаны 53 процентҡа кәмене, йәнә 31 процентының файҙаланырға рөхсәт итеү төрө билдәләнде, – тине Петр Клец.

Мәғлүм булыуынса, Радий Хәбиров профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға, шулай уҡ муниципалитеттарға уртаҡ бурыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн “Росреестр”ҙың республика идаралығы менән үҙ-ара эшмәкәрлекте көсәйтергә ҡушҡайны.

Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53535

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас