

Был конкурсантыбыҙ, һөнәре буйынса химия һәм география фәндәре уҡытыусыһы булһа ла, бик тә ижади күңелле ханым. Әлиә Руслан ҡыҙы йырларға, бейергә, шиғырҙар яҙырға ярата.
Ире Роберт Радик улы менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Баш балалары Ринат – 8-се класс уҡыусыһы, уртансыһы Радмир алтынсыла уҡый, кеселәре Вероника балалар баҡсаһына йөрөй. Малайҙар спорт менән дуҫ, ә Вероника, әсәһенә оҡшап, сәнғәткә тартыла.
“Бәләкәй саҡтан баҡсала эшләргә яраттым. Йәшелсә үҫтереү оҡшай, картуф менән кәбеҫтәне күпләп үҫтерәбеҙ, – ти Әлиә. – Йыл да 400-ләп төп помидор ултыртам, ә икенсе йылға 1000 төп ултыртып, рекорд ҡуйырға ине”, – ти.
Тырыш ғаилә район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа әуҙем ҡатнаша. Балаларҙы үҙ миҫалдарында ярҙам кәрәккәндәргә ихлас күңелдән ҡул һуҙырға өйрәтеп тәрбиәләйҙәр.
Фотолар – ғаилә архивынан.