Йәмғиәт
17 Ноябрь 2021, 04:36

Почтальондың мәшәҡәте етерлек

Ауылда почта бүлексәһе – гәзиткә яҙылыу, корреспонденция ебәреү, коммуналь түләүҙәр индереү, көндәлек тауарҙар алыу урыны ғына түгел, үҙенсәлекле мәғлүмәт үҙәге лә.

Бында эшләгәндәр ауылдаштарын яҡшы белә, улар менән йәнле аралаша, хәл-әхүәлен һораша, бер үк ваҡытта яңылыҡтар менән таныштыра, төрлө гәзит-журналдар тәҡдим итә. Күптәр, почта бүлексәһенә килеп, үҙенә кәрәкле тауар һатып ала.

Ауыл биләмәһе хакимиәте менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан Ҡунаҡбай ауылы почта бүлексәһенә тиҫтә йылға яҡын Илүзә Ғимазетдинова етәкселек итә. Ул һәр клиент менән уртаҡ тел таба, төрлө хеҙмәттәр менән таныштыра.

Илүзә Ғимазетдинова Учалыға Бөрйән яҡтарынан килен булып төшә. Ғаиләһе менән башта Комсомол ҡасабаһында йәшәйҙәр. Полицияла хеҙмәт иткән тормош иптәшенә ҡалаға йөрөп эшләүе ҡатмарлы булғас, йорт һатып алып, Ҡунаҡбайға күсенәләр. Ике бала әсәһе Илүзә Ғайсар ҡыҙын почта бүлексәһе етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Уның аралашыусанлығы һәм иҫәпләүҙәрҙә һәр ваҡыт аныҡ эш итеүе ауылдаштарын һөйөндөрә.

Почта етәксеһенең эш көнө кисәге көнгә йомғаҡ яһауҙан, пландың үтәлешен анализлауҙан башлана. Документтар менән күп эшләргә кәрәк. Бынан тыш, гәзит-журналдар ҡабул итергә, килеүселәрҙе хеҙмәтләндерергә, почтальондарға йөкләмә бирергә...

– Эшемде яратып башҡарам, почтала һәр саҡ тормош ҡайнай, күңелһеҙләнеп торорға ваҡыт юҡ. Беҙ – кешеләрҙе бәй­ләгән звено, айырыуса өлкән йәштәгеләр өсөн. Улар яйлап ҡына гәзит-журнал­дар­ҙы ҡарап сығырға, почтальондар ме­нән аралашырға ярата. Беҙҙе көтөп алалар, хәлдәребеҙ менән ҡыҙыҡһыналар.

Дүрт кешенән торған коллективыбыҙ татыу, берҙәм.  Илтабан ауылын – Дилә Зарипова, Аҡҡужаны – Алеся Сәғәҙиева, Ҡунаҡбай халҡын Рәсимә Мусина хеҙмәтләндерә. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар үҙҙәрен тырыш, бурыстарына яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр итеп танытты. 

Ауыл почтальонының мәшәҡәте етерлек. Матбуғат баҫмаларын таратыр өсөн уларға байтаҡ юлды йәйәү үтергә тура килә. Өҫтәүенә, көндәлек тауарҙар ҙа һатырға кәрәк. Был эш еңелдән түгел, ул сыҙамлыҡ, яуаплылыҡ, тәртип һәм, әлбиттә, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булыуҙы талап итә. Беҙҙең хат ташыусыларыбыҙҙа был сифаттарҙың барыһы ла бар, – ти Илүзә Ғайсар ҡыҙы.

Почта бүлексәләре баҫма матбуғатҡа яҙылыу кампанияһын ойоштороуҙа мөһим роль уйнай.

– Халыҡ ҡала һәм район яңылыҡтары менән даими таныштырып барған баҫмаға өҫтөнлөк бирә, әлбиттә. Аҡҡужа, Илтабан, Ҡунаҡбай ауылдарында республика гәзит-журналын да байтаҡ алдыралар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәр матбуғат баҫмаларына бигүк яҙылып бармай. “Мәғлүмәтте интернеттан алабыҙ” тиеүселәр байтаҡ.

Әүҙем гәзит уҡыусыларыбыҙ – башлыса оло һәм урта йәштәгеләр. Ҡунаҡбайҙан – Рәүзәнә һәм Сабур Баҡыевтар, Гөлнара менән Шәфҡәт Йосоповтар, Зифа һәм Ринат Ямалиевтар, Таңһылыу Йосопова, Саимә Ғәлина, Аҡҡужанан – Земфира һәм Ғалип Әхмәтовтар, Әлфиә менән Зәки Абдуллиндар, Жәүиҙә Ибәтуллина, Илтабандан Тәнзилә һәм Әхәт Нуриевтар, Гөлнур һәм Радик Ғөбәйҙуллиндар, Рәмзиә Ғәффәтуллина йыл һайын күпләп гәзит-журнал алдырып уҡый, – тине етәксе.

Почтальондарҙың тырышлығы һәм эштең дөрөҫ ҡуйылыуы һөҙөмтәһендә Ҡунаҡбай почтаһы бүлексәһе ай һайын планды үтәргә тырыша. Ямғырҙа ла, сатлама һыуыҡта ла, йәйге селләлә лә халыҡ почтаны ваҡытында алһын өсөн тырышалар.

– Проблемалар ҙа бар, әлбиттә. Өс ауыл да ҡалаға яҡын ғына урынлашҡас, ер биләмәләре алып, йорт төҙөп сығыусылар байтаҡ, әммә улар йорттарына номер ҡуйырға ашыҡмай, эҙләп йөрөргә тура килә. Тағы бер сетерекле мәсьәлә – ҡайһы бер йорт хужалары эттәрен бәйҙә тотмай, шуныһы хәүеф тыуҙыра, – ти почта хеҙмәткәрҙәре.

Коронавирус арҡаһында килеп тыуған ҡатмарлы эпидемиологик шарттарға ҡарамаҫтан, улар аныҡ график буйынса эшләй. Шул уҡ ваҡытта хәстәрҙәре лә артҡан: үҙҙәренең һәм клиенттарҙың хәүефһеҙлеген ҡайғыртырға кәрәк.

– Сумкаларыбыҙға хат-квитанция, гәзит-журнал, төрлө тауарҙар ғына түгел, хәҙер медицина битлеге лә, бирсәткә лә, антисептик та һалып йөрөтәбеҙ. Битлек менән бирсәткәне алмаштырып торорға, бер туҡтауһыҙ антисептик менән файҙаланырға кәрәк. Корреспонденция таратҡанда инфекция таралыуын иҫкәртеү сараларын күреү мөһим. Тәүҙә ҡыйыныраҡ ине, хәҙер күнегелде инде. Иң мөһиме – барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт булайыҡ, – тигән теләк белдерҙе Ҡунаҡ­бай почтаһы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре.

Римма СОЛТАНОВА.

Читайте нас