Йәмғиәт
17 Ноября 2021, 18:15

Сибайҙа ҙур парк буласаҡ

Был хаҡта республика Башлығы нимә тип белдерҙе?

Сибайҙа ҙур парк буласаҡСибайҙа ҙур парк буласаҡ
Сибайҙа ҙур парк буласаҡ

Республика Башлығы Радий Хәбиров Сибайҙағы паркта көтөлгән үҙгәрештәр тураһында яҙҙы.

"Әлегә Сибайҙағы Мәжит Ғафури исемендәге паркта — беҙ планлаштырғандың һыҙаты ғына бар. Әйткәндәй, был парк Урал аръяғында иң ҙуры буласаҡ - 21,5 гектар майҙанды биләйәсәк.

Уның үҙ йөҙө бар, әммә барыһын да тәртипкә һалырға кәрәк. Ҡала төҙөлөшө институты проект тәҡдим итте, был эш халыҡ фекерен иҫәпкә алып башҡарылды. Бәхәсләштеләр, үҙгәрттеләр, әммә проект тормошҡа ашырыла башланы.

Беҙ комплекслы ике йүнәлеш буйынса эшләйбеҙ.

Беренсеһе. "Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу" программаһы буйынса быйыл Мичурин урамы һәм Ҡамышлы-Үҙәк йылғаһына йәнәш торған парк биләмәһендә эшләнек. Йәйәүлеләр юлын ойошторҙоҡ, ҙур ағас үҫентеләре ултырттыҡ, яҡтыртыу, видеокүҙәтеү системаһы, эскәмйәләр, бәүелсәктәр, шезлонгтар булдырҙыҡ, эттәр менән йөрөү өсөн майҙансыҡ ойошторҙоҡ.

Икенсеһе. Сибайҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе арҡаһында Ғафури паркы базаһында яңы "Терра Урал аръяғы" экопаркын булдырабыҙ. Һәм тағы ла Ҡала төҙөлөшө институтына рәхмәт, улар барлыҡ документтарҙы һәм проектты раҫлауҙы үҙ өҫтөнә алды. Һөҙөмтәлә Балалар ижады үҙәге бинаһы артында йәйге дәрестәр үткәреү урыны менән яңы уйын майҙансығы буласаҡ. Йәйәүлеләр, йүгереүселәр өсөн юлдар төҙөйәсәкбеҙ.

Шул уҡ ваҡытта "Терра Урал аръяғы" бер яҡтан парк, ә икенсе яҡтан — экоүҙәк өсөн майҙансыҡ, уҡыусыларыбыҙ өсөн асыҡ баҡса буласаҡ. Төҙөүселәр инженер селтәрҙәре, юл япмалары һалды, навигация, павильон, балалар өсөн бәүелсәктәр, эскәмйәләр эшләне, яҡтыртыу бар, ағас-ҡыуаҡтар ултыртты.

Ғафури паркын төҙөкләндереү 2022 йылда тамамланасаҡ. Планда Мичурин, Октябрҙең 40 йыллығы, Чайковский, Кутузов урамдарына йәнәш биләмәне тәртипкә индереү бар. Артабан яйлап "Терра Урал аръяғы" экопаркын тамамлайбыҙ.

Сибай халҡына ҡыҙыҡлы һәм заманса майҙансыҡтар тапшырасаҡбыҙ", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас