

Татарстандың баш ҡалаһында ҡунаҡҡа барған Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалалары студенттарының метанол менән ағыуланып дауаханаға эләгеүен хәбәр иткәйнек инде.
KAZANFIRST яҙыуынса, 15 йәш кешенең өсәүһе Ҡазанда реанимацияла, айырыуса Анастасия П. ауыр хәлдә. Берәү Башҡортостанға ҡайтып китеп өлгөргән, берәү хәҙер Мәскәүҙә реанимацияла ята.
Әммә студенттар насар араҡы менән ағыуланған тигән фекер шик аҫтына алынды, сөнки Тәфтиш комитеты асыҡлауынса, улар шешәләрҙе бутаған. Машина багажнигына һатып алған биш литрлыҡ һауыттағы араҡыны һалғандар, әммә тыуған көн үткәрәсәк урынға барып етеп, ҡараңғыла хәмер урынына “незамерзайка”ны тартып сығарғандар һәм табынға ҡуйғандар. Уға тәм биргес өҫтәгәс, йәшел төҫтәге ирис тәме биргән “араҡы” килеп сыҡҡан да инде. Һөҙөмтәлә 18-22 йәшлек тиҫтәнән ашыу студент ағыуланған да инде.
Ә “ялған араҡы” һатыусыларҙан һорау алынған, уларҙың продукцияһында ағыулы матдә табылмаған.
Метанол менән ағыуланыу бик ауыр һөҙөмтәләргә килтерә. Зыян күреүсе һуҡырайырға һәм бөйөр эшмәкәрлеге боҙолорға мөмкин.
Фото: https://vk.com/podslyshano_iglino