Йәмғиәт
18 Ноябрь 2021, 13:30

Бөгөн - Ҡыш бабайҙың тыуған көнө

Өфөлә Ҡыш бабайҙы ҡаршы алырға әҙерлек эштәре башланды ла инде.

Бөгөн - Ҡыш бабайҙың тыуған көнөБөгөн - Ҡыш бабайҙың тыуған көнө
Бөгөн - Ҡыш бабайҙың тыуған көнө

2005 йылдан алып 18 ноябрҙә Рәсәйҙә рәсми рәүештә Ҡыш бабайҙың тыуған көнө билдәләнә.

Тылсымсының йәше аныҡ ҡына билдәле түгел, әммә ике меңдән ашыу булыуы раҫ. Уның тыуған көнөн балалар үҙҙәре уйлап тапҡан. Күҙәтеүҙәр буйынса, был көндә Ҡыш бабайҙың тыуған ере – Бөйөк Устюгта сатлама һыуыҡтар башлана һәм ҡыш үҙ көсөнә инә.

Әйткәндәй, Өфөлә Ҡыш бабайҙы ҡаршы алырға әҙерлек эштәре башланды ла инде – Салауат Юлаев исемендәге майҙанда  беренсе пиксель шыршыһы ҡуйылды. Баш ҡалала бөтәһе 22 урында Яңы йыл майҙансыҡтары булдырыласаҡ.

Фото: abzak.ru

Автор:Римма Султанова
Читайте нас