

Тыумышы менән Салауат районы Ташауыл ауылы ҡыҙы булған Илзирә Әлтәф ҡыҙы Федоровканың Һәйет ауылына 1987 йылда килен булып төшкән. Мәктәп ҡарамағындағы мәктәпкәсә төркөмдә кескәйҙәр менән эшләй.
Тормош иптәше Фәрғәт Хантимер улы менән ике бала – Фәнил менән Зинираға ғүмер биргәндәр. Ҡыҙҙары хәҙер үҙе лә әсәй инде, Рушан менән Илһам исемле ике ул үҫтерә. Улар – өләсәй менән олатайҙың көтөп алған ҡунаҡтары.
Илзирә апай йыр-моң сәнғәтен үҙ итә, шуға ла гармун, мандолина, ҡумыҙҙа яратып уйнай. Төрлө мәҙәни сараларҙа, конкурстарҙа ихлас ҡатнаша. Һәйет ауылының ағинәйҙәр һәм "Хазина" фольклор төркөмдәре етәксеһе. Йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ханым бер нисә тапҡыр ауыл советы депутаты эшен дә башҡара.
“Тормош шатлығы – яҡын кешеләремдең иҫән-имен булыуы, юлымда яҡшы кешеләр осрап тороуы. Аллаһ Тәғәләгә миңә йомарт булғаны өсөн шөкөр ҡылып йәшәйем”, – ти бәхетле әсәй һәм өләсәй.
Фотолар: ғаилә архивынан.