

Кисә Башҡортостан халҡы күк йөҙөндә уникаль күренеште күҙәтте – унда метеорит шартлаған. Был үҙенсәлекле күренеште Нефтекама ҡалаһындағы йорттоң видеокүҙәтеү ҡорамалы төшөрөп алған.
Башта урамда ял итеп йөрөгән ҡала халҡы салют аттыралар тип уйлаған. Йәнә-йәнә аттырырҙар, шартлау тауышы яңғырар тип көткәндәр. Әммә күк көмбәҙе яҡтырып китте, бер ниндәй ҙә тауыш булманы, ти күреп тороусылар. Был хәл 5-7 секунд дауам иткән, янып торған ҡойроғо ла булған.
«Бишенсе канал»да, « Был - Лоенида метеор ағымының ҙур метеориты булыуы ихтимал. Сөнки ошо көндәрҙә ул үҙенең әүҙемлегенең юғары нөктәһенә етергә тейеш ине. Метеорит атмосферала янған, шуға ла шартлау барлыҡҡа килгән», тип был күренешкә асыҡлыҡ индергәндәр. Был ҡыҙыҡлы күренеште беҙҙең республикала ғына түгел, Удмуртия һәм Татарстанда ла күҙәткәндәр икән.
Фото социаль селтәрҙән.