

"Башҡортостан" гәзитенең "Бәйләнештә"ге төркөмөндә әле барған конкурста ҡатнашыусы сираттағы һылыуыбыҙ Лилиә Барлыбаева Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй.
Уны бында ғаиләләр тормошон йәнләндергән, ниндәйҙер мәсьәләләрҙе хәл итеүгә өлөш индергән иң әүҙем әсәйҙәрҙең береһе тип беләләр. Шамониндағы балалар һабантуйын ойоштороусы ла ул. Йырларға әүәҫ, һүрәт төшөрөү ҙә күңеленә яҡын. Инглиз телен өйрәнә.
Ире Урал менән ике ул үҫтерәләр. Өлкәне Данияр – мәктәп уҡыусыһы, биатлон менән шөғөлләнә, футбол, шашка уйындарын ярата. Кесеһе Динислам Шамониндағы "Аҡбуҙат" балалар баҡсаһына йөрөй. Ул һүрәт төшөрөргә, әүәләргә, бейергә әүәҫ.
Ғаиләнең уртаҡ ҡыҙыҡһыныуҙары байтаҡ. Мәҫәлән, улар күмәкләп уҡ атырға өйрәнеү түңәрәгенә йөрөй. Ғөмүмән, һәр яҡлап өлгөр ғаилә спорт менән дә дуҫ, ижад итеүгә лә әүәҫ.
Фотолар ғаилә альбомынан.