

“Росреестр”ҙың Башҡортостан идаралығы республиканың инвестиция ҡеүәһен арттырыуға һәм күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе һәм ер участкаларының дәүләт кадастр иҫәбе буйынса ғәмәлдәрҙең һөҙөмтәлелеген асыҡлау маҡсатында 16 – 30 ноябрҙә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары араһында анкета һорауламаһы уҙғара. Унда онлайн тәртибендә түбәндәге һылтанмалар буйынса ҡатнашырға мөмкин:
Башҡортостан Республикаһында күсемһеҙ мөлкәткә милек хоҡуғын дәүләт теркәүенән ҡәнәғәтлекте баһалау;
Башҡортостан Республикаһында ер участкаһына дәүләт кадастр иҫәбен тормошҡа ашырыу ғәмәлдәренән ҡәнәғәтлекте баһалау.
Анкета һорауҙарына яуап биреү һөҙөмтәләре буйынса “Росреестр”ҙың дәүләт хеҙмәттәренә эйә булыу мөмкинлеге, уларҙың сифаты, уларҙан файҙаланыуға сығымдар, дәүләт хеҙмәттәренән файҙаланыусылар осраған төп проблемалар билдәләнә.
Фото: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53555
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=53555