

Ҡайһы ауыл малайының арғымаҡта елдәй елеп сапҡыһы, өйөр-өйөр йылҡы көткөһө, иркә ҡолонсаҡтарҙы һөйгөһө килмәй икән?! Бәләкәйҙән ат ялына йәбешеп, уның өҫтөндә һыбай йөрөп үҫкән Фуат Әмиров әле булһа аттар ярата, уларҙы көтә һәм тәрбиәләй.
Атаһы Ғәлимйән ағай ғүмере буйы колхозда ат ҡарай, улдары Фуат менән Азат та атайҙарына һәр саҡ көтөү көтөшә, йылҡыларҙы тәрбиәләүҙә ярҙам итә. Йылҡы малы борон-борондан башҡорт халҡы тормошонда айырым урын тотҡан. Улар аҙыҡ һайламай, иң сыҙамлыларҙан иҫәпләнгән. Шулай уҡ талымһыҙ, һыбай йөрөгәндә лә, йөк артмаҡлағанда ла, еккән хәлдә лә һынатмай. Йыл әйләнәһенә тибендә йөрөгән малҡайҙарҙың файҙаһы әйтеп бөткөһөҙ. Колхоз-совхоздар осоронда һәр ауылда ат һарайҙары була, улар төрлө эштә файҙаланыла, яҙ һабантуйҙарҙа ат сабышында ҡатнашып, хужаларына ла, бәйгесегә лә оло дан алып ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ат һарайҙары ла, ат ҡараусылар ҙа юҡ. Әммә өйөр-өйөр йылҡылар көтөлә, башҡорт тоҡомло аттар үрсетелә. Тик бөтә күңеле һәм булмышы менән ат йәнле, уның өсөн ғүмерен бирергә әҙер кешеләр генә арабыҙҙа йылдан-йыл һирәгәйә бара. Уларҙың да күбеһе – бала саҡтан атаһынан күреп, ат өҫтөндә үҫкән, баш бирмәҫ тайҙарға эйәр һалған шуҡ ауыл малайҙары.
Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылында йәшәгән Фуат Әмировтың бар ғүмере атҡа бәйләнгән. Бөгөн дә ул үҙенең Бумер ҡушаматлы аты менән ауыл көтөүен көтә. Йыл һайын район һабантуйҙарында ҡатнашып, призлы урындар ала, “Ҡышты оҙатыу” байрамында ла саналарға егелгән уның аттары беренселекте бирмәй. Атаһынан ҡалған ат арбаһы һәм санаһын да бик ҡәҙерләп һаҡлай ул. Хәйер, заманға яраҡлаштырылған ат арбаһы бер аҙ үҙгәртелгән, тәгәрмәстәре лә еңел машинаныҡына алмаштырылған, әммә төп өлөшө барыбер атаһы өйрәткәнсә теүәл һаҡланған. Шулай уҡ атаһының ат сбруйҙары ла хәҙер бер иҫтәлекле ҡомартҡыға әйләнгән. Уларға ҡарап, Фуат Ғәлимйән улы хәҙер үҙе эшләй. Йүгән булһынмы, ҡамыт бауымы, эйәрме, арҡалыҡмы – барыһын да үҙ ҡулдары менән эшләп алған. Хатта уларға биҙәк өҫтәп тә сыҡҡан. Көтөүсенең иң төп ҡоралы булыр сыбыртҡыһы ла – үҙе бер сәнғәт өлгөһө!
Ҡасандыр бала саҡ хыялындағы толпарын эйәрләп менгән Фуат Әмиров аттар хаҡында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.
– Ат – бик аҡыллы мал, ул уй-кисереште аңлап-күреп тора, шуға күрә ипле эш итергә, яҡшы мөғәмәләлә булырға кәрәк. Улар менән һөйләшәм, хәлдәрен һорашам, муйындарынан иркәләп алам. Аҙаҡ ҡына ҡуранан алып сығам. Һәр тере йәнгә йылы һүҙ кәрәклеген бер ваҡытта ла оноторға ярамай. Ә аттың өнһөҙ илағанын күрһәгеҙ, хатта үҙеңдең йөрәгең өҙөлөп төшөрҙәй була, – ти әңгәмәсем.
Яҙҙан алып көҙгә тиклем минең геройым ат өҫтөнән төшмәй. Көтөү тамамланһа, ҡышҡылыҡҡа ат ҡарарға хужалыҡҡа эшкә төшә. Үҙенең яратҡан Бумер ҡушаматлы атының хужаһына шул тиклем тоғро булыуын уларҙы фотоға төшөргәндә лә абайларға мөмкин. Хужаһы ни әйтә, ат шул көйөнсә тора. Саҡ ҡына тыпырсыныуын йәки ҡаршы килеүен һис тә күрмәнек. Рәхәтләнеп бер нисә кадр төшөрөп тә алдыҡ.
Әйткәндәй, яҡын-тирәлә Фуат Әмировты баш бирмәҫ тайҙарҙы өйрәтеүсе булараҡ та яҡшы беләләр. Йәш аттарҙы өйрәтеү күпселек осраҡта ҡар яуғас, ҡыш айында башлана. “Көрткә батырып өйрәтмәйенсә, баш бирмәй тайҙар”, – ти торғайны ғүмере буйы ат ҡараған атайым да. Күрәһең, шулайҙыр ҙа. Һәр нәмәнең үҙ сере бар.
Бына шундай ат йәнле ир-ат йәшәй Баймаҡ тарафтарында. Әгәр Һаҡмар буйҙарында суҡлы-уҡалы эйәргә атланған, оҙон сыбыртҡыһы әллә ҡайҙан ялтырап күренеп, шартлау тауышы әллә күпме саҡрымға шаңдау булып яңғыраған һыбайлыны күрһәгеҙ, ул мотлаҡ Фуат Әмиров булыуына һис тә шик юҡ.
Кәримә УСМАНОВА