Йәмғиәт
19 Ноябрь 2021, 08:00

Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты Максим Урюпов һәм Башҡорт дәүләт университетынан Ләйлә Шәкүрова Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша.

Еңеү менән ҡайтығыҙ!Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Бик тиҙҙән ике студентыбыҙ XV Бөтә Рәсәй "Рәсәй Студенттары мисы һәм мистеры - 2021" конкурсында республика исеменән сығыш яһаясаҡ. Унда илебеҙ төбәктәренән иң яҡшы, һәләтле 57 студент ҡатнаша. Конкурстың маҡсаты: студенттарҙың ижадын ҡурсалау, һәләттәрен асыу, мәҙәни аралашыуҙы нығытыу.

Беҙҙекеләр - Башҡортостан дәүләт аграр университеты студенты - Максим Урюпов һәм Башҡорт дәүләт университетынан - Ләйлә Шәкүрова.

Ләйлә Шәкүрова - "Һылыуҡай-2018" конкурсы еңеүсеһе. Уңған ҡыҙ университеттың философия һәм социология факультетында белем ала. Тыумышы менән Әлшәй районынан. Ләйләнең ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө: тырышып уҡыуҙан тыш, халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнә, модель булып та үҙен һынап ҡарай.


Максим Урюпов "Студент яҙы -2021" төбәк фестивалендә "Автор һүҙе" номинацияһында еңеү яулауы менән билдәле. Булдыҡлы егет Федоровка районынан, шиғырҙар, йырҙар яҙа, гитарала уйнай, спорт менән дә дуҫ.

Бөтә Рәсәй "Рәсәй студенттары мисы һәм мистеры-2021" конкурсы 22 ноябрҙә уҙасаҡ. Талантлы йәштәргә уңыштар теләйбеҙ!
Фото:Bashinform.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас