Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Ноябрь 2021, 20:30

Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласыҡтары билдәләнәсәк

Район һәм ҡалаларҙы конкурста ҡатнашырға саҡыралар. Еңеүселәрҙе 100 мең һумдан 2,5 миллион һумғаса аҡсалата бүләктәр көтә!

Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласыҡтары билдәләнәсәк
Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласыҡтары билдәләнәсәк

Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республика биләмәһендәге иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығына конкурс иғлан ителә.

Ҡатнашырға теләүселәрҙән документтар 2021 йылдың 10 декабренән 2022 йылдың 10 ғинуарына тиклем ҡабул ителә. Конкурста һынау тотҡан муниципалитет иң матур тип һанаған ҡаласыҡты һайлап алып, унда үткән сараларҙы матбуғатта һәм башҡа сығанаҡтарҙа яҡтыртыуҙы ойошторорға тейеш.

Түбәндәге номинациялар билдәләнгән:

* Өфө ҡалаһы ҡала округы райондарының “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы”;

* ҡала округтарындағы “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы” (Өфөнән тыш);

* ҡала биләмәләрендәге “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы”;

* ауыл биләмәләрендәге “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы”;

* күп фатирлы йорттар биләмәһендәге “Иң яҡшы Яңы йыл ҡаласығы”.

Конкурс комиссияһы майҙансыҡтың, Яңы йыл шыршыһының үҙенсәлекле биҙәлешенә, яҡтыртыу ҡорамалдарына, скульптур, боҙ һәм ҡар һындарға, әкиәт геройҙарына, таусыҡтарға иғтибар йүнәлтәсәк. Шулай уҡ таҙалыҡты һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ҙә - мөһим талап.

"Һуңғы йылдарҙа ауыл-ҡалаларыбыҙҙың Яңы йылға бәйле биҙәлеше яҡшы яҡҡа һиҙелерлек үҙгәрҙе. Әммә йылдан-йыл яңылыҡҡа ынтылырға кәрәк. Муниципалитеттарҙы байрамға әҙерлеккә һәм Яңы йыл сараларына ижади ҡарарға саҡырам", - тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Алан Марзаев.

Конкурса йомғаҡ 11-19 ғинуар арауығында яһаласаҡ. Еңеүселәр дипломдар һәм 100 мең һумдан 2,5 миллион һумғаса аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Был аҡсаны еңеүсе тип табылған муниципаль берәмекте йәки йорт яны биләмәһен төҙөкләндереүгә тотонорға мөмкин буласаҡ.

Конкурста ҡатнашыу өсөн документтар Өфө ҡалаһы, Степан Халтурин урамы, 28-се йорт, 427-се бүлмә адресы буйынса ҡабул ителә. Бәйләнеш өсөн (347) 2-18-00-27 телефоны буйынса Диана Александровна Маляноваға шылтыратырға йәки [email protected] электрон почтаһына яҙырға.

Фото: Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: