Йәмғиәт
19 Ноябрь 2021, 07:30

Камил атаһының берҙән-бер улы була...

Ғүмергенәңдең шулай фажиғәле өҙөлөүе – атайыңа, туғандарыңа, дуҫтарыңа, класташтарыңа, беҙгә оло аяныс, уңалмаҫ яра.

Камил атаһының берҙән-бер улы була...Камил атаһының берҙән-бер улы була...
Камил атаһының берҙән-бер улы була...

Камилдың үлеп ҡалыуы тураһындағы яңылыҡ йәшен тиҙлегендәй таралды. “Шундай сибәр егет”, ”Йәп-йәш бит”, “Эх, йәшәргә лә йәшәргә ине...”, “Ҡалай әрәм булды”, –  тип халыҡ аптырауға ҡалды. Уның атаһы, Илдар Әүхәҙей улы, ҡайғы килерен белгән булһа, рөхсәт итмәҫ тә ине лә бит...

Хәл былай була. Шәмбе көндө киске сәғәт 8-ҙән һуң Камил атаһына шылтыратып: “Мин Инйәргә генә барып киләм”, –  тип рөхсәт ала. Атай кеше уның теләгенә ҡаршы тормай. "Барлыҡ дуҫтары, бергә уҡыған иптәштәре Инйәрҙә йәшәгәс, уларҙы күргеһе киләләр, тип ризалыҡ бирҙем", - ти ул.

– Тәмәке тартманы, эсмәне, спорт менән шөғөлләнде. Туп менән хоккей уйнаны, йыйылма команда составында Ҡазан, Краснодар кеүек ҡалаларға яраштарға йөрөнө. Тәртипле, тыңлаусан булды, ҡайҙа барһа ла, минән рөхсәт һорап сыға ине. Был юлы ла рөхсәт алып, Инйәргә китте, – тип уртаҡлашты Илдар Аҙнасурин.

Илдар Аҙнасурин инде 32  йыл тимер юлында эшләй. Камил уның өсөн бар тормош йәме була, сөнки ул берҙән-бер улын яңғыҙы үҫтерә. Ҡатыны улы өсөнсө класта уҡығанда ауырып үлеп ҡалған.      

Фажиғәле хәл 31 октябрҙә Белорет районының Асы ауылында була. Мәғлүм булыуынса, таңға ҡарай Белорет районы Уҫманғәле – Асы юлының 19-сы километрында "ВАЗ-2109" автомобиле уң яҡ юлдан сыҡҡан саҡта канауға түңкәрелә. Һөҙөмтәлә 43 йәшлек водитель һәм 18 йәшлек пассажир ваҡиға урынында һәләк була, шулай уҡ тағы ла бер ҡыҙ һәм ике ир зыян күргән.

Асыҡланыуынса, бер төркөм йәштәр Асыға дискотекаға барған. Ҡайтырға сыҡҡас, водитель автомобилдең тиҙлеген арттыра һәм боролошта идараны юғалтып, машина канауға оса.

Һәләк булған 43 йәшлек водителдең ғаиләһе ҡалған, ҡатыны дүртенсегә бәпәй көтә. Шулай итеп, юл хәрәкәте ҡағиҙәһен тупаҫ боҙоу фажиғәле тамамлана – водитель үҙен генә әрәм итмәй, ә бер ғәйепһеҙ пассажирҙың ғүмерен дә һәләк итә...

 

Камил Яңы Хәсән ауылында йәшәгән. Егет быйыл 2-се Инйәр мәктәбен тамамлап, Өфө автотранспорт колледжында I курста уҡып йөрөгән булған.

Ауылдаштары, уҡытыусылары, ата-әсәләр был балаҡайҙы тик яҡшы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.

– Спортсы, тырыш, итәғәтле, аҡыллы уҡыусыбыҙ, Камилыбыҙ. Ғүмергенәңдең шулай фажиғәле өҙөлөүе – атайыңа, туғандарыңа, дуҫтарыңа, класташтарыңа, беҙгә оло аяныс, уңалмаҫ яра. Эх, балаҡай... Тыныс йоҡла, ожмах түрендә бул, саф йәнле балаҡай. Туғандарыңа сабырлыҡ, – тип социаль селтәрҙә ҡайғы уртаҡлашҡан Инйәрҙең 2-се мәктәп-интернат директорының тәрбиә эше буйынса урынбаҫары Әлиә Саматова.

Илдар ағай, улының уңыштарына ҡыуанып ҡына йәшәйһе урынға, әле Камилдың ҡәберенә рәшәткә ҡуйыу мәшәҡәттәре менән йөрөй...

Беҙ ҙә Илдар Аҙнасуриндың ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ныҡлыҡ һәм түҙемлек теләйбеҙ.

Фото: социаль селтәрҙән.

#гибддреспубликибашкортостан#пропагандагибддрб #гибддуфа#гибддгородуфа #Уфа #госавтоинспекция#ufa #дпсуфа

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас