

Төп һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре булған Луиза Радик ҡыҙы кешеләргә изгелек ҡылырға ярата. Өс балаһы – 7-се класта уҡыған Аделина, 5-се класта белем алған Данияр, балалар баҡсаһына йөрөгән Раян да ошо миҫалда үҫә, тәрбиәләнә.
“Бала саҡтан эшһөйәр ата-әсәйемдән күреп, хеҙмәткә лә өйрәнеп үҫтем, – ти Луиза ханым. – Ирем Флорид Марат улы менән балаларҙы ла эш һөйөүсән итеп тәрбиәләргә тырышабыҙ”.
Әсәй менән ҡыҙы өй сәскәләре үҫтереү менән мауыға, бында хатта миләүшәнең генә лә 69 төрө бар.
Ғаилә бергәләп тәбиғәттә ял итеүҙе өҫтөн күрә. Луиза Радик ҡыҙы һүҙҙәре менән әйткәндә, тәбиғәттең матурлығы менән һоҡланыу етмәй, уны тыңларға һәм ишетә белергә лә кәрәк.
Эше, ғаилә тураһында хәстәрлек күп ваҡытын алып торһа ла, мәрхәмәтле йөрәк йөрөткән Луиза Радик ҡыҙы ирекмәнлек менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Ошо ғәмәленән күңеленә ҡәнәғәтлек ала ул.
Фотолар – ғаилә архивынан.