

“Ҡул эштәре – байлыҡ, ул һәр кемдә булыуы мөмкин түгел. Өйөндә бындай өлгөләрҙең булыуын теләгәндәр уны һатып ала йә үҙҙәре эшләй”, – тигән билдәле француз модельеры Коко Шанель. Үҙ ҡулы менән иҫ киткес матурлыҡ булдырған, уйламаған әйберҙәрҙән ижад емеше тыуҙырған, бөйөк модельерҙарҙың да танауына сирткән оҫталар арабыҙҙа байтаҡ.
Баймаҡ районының Күлтабан ауылында йәшәгән Урал Ғөбәйҙуллин – тап шундайҙарҙан. Оҫта эшләгән һандыҡтар инде нисәмә йыл кәләш төшкән йорттарға ҡот килтерә, талдан үрелгән ояларҙа ҡаҙ бәпкәләре, морон төртөп, йәшел үләнгә аяҡ баҫа. Атап әйткәндә: ҡулы еңел, бәрәкәтле һәм тылсымлы.
Урал Ҡаһарман улы Баймаҡ районының Буранбай ауылында тыуып үҫкән. Бәләкәйҙән һүрәт төшөрөргә яратҡан малайҙы атаһы “Улым, һин киләсәктә, моғайын, рәссам булырһың, һүрәттәреңде ҡарап һоҡланып ултырырбыҙ әле!” – тип дәртләндереп ебәрә. Ысынлап та, мәктәптә уҡыған йылдарҙа стена гәзитенең рәссамы була ул. Матур итеп яҙһынмы, һүрәттәр төшөрөп биҙәһенме, ғөмүмән, иң мөһим эштәрҙе йәш рәссамға ғына ышанып тапшыралар. Ауылда йәшәгән егәрле малайҙар өйҙә лә тик ултырмай. Бер ваҡыт кемуҙарҙан ярышып, талдан оя үрергә тотоноп китәләр, мурҙа үреп, балыҡҡа йөрөйҙәр.
Сибай педагогия училищеһының “Технология” бүлеген тамамлағас, Магнитогорск дәүләт университетында “Художестволы графика” бүлегенә уҡырға инә. Шул уҡ университеттың математика бүлеге студенты Фрүзә Фәүәрис ҡыҙы менән танышып, ғаилә ҡороп ебәрәләр. Ҡулдарына диплом алып, хеҙмәт юлдарын Магадан ҡалаһында башлап ебәрә йәштәр.
Сит илдә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул, тигәндәй, күп тә тормай, Денис менән Илгиз исемле улдарын етәкләп, Баймаҡ районының Күлтабан ауылына ҡайтып төпләнәләр. Ижад юлына асҡыс тап ошо Күлтабан мәктәбендә хеҙмәт дәрестәре уҡытҡанда асыла. Балалар менән ниндәй генә эш башҡармай улар! Талдан да үрәләр, ағастан һындар эшләйҙәр, ижади күңелдә ниндәй фантазия бар, барыһын да балаларға өйрәтәләр, малайҙарҙан оҫта ҡуллы ир-егеттәр тәрбиәләйҙәр.
– Хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡул эштәренә ныҡлап тотондом. Ваҡыт та күп, етмәһә, интернет заманы. Ни теләһәң дә, өйрәнергә мөмкин. Бәрәкәтле еребеҙҙә ҡул эштәренә барырлыҡ ағастар байтаҡ. Талдан кәрзиндәр, ултырғыстар, креслолар, оялар, гөл, ҡурай һауыттары, төрлө сувенирҙар үрәм. Бының өсөн талды көҙ, япраҡтары ҡойолғас, йә яҙ бөрөләр асылғансы ҡырҡып алырға кәрәк. Көҙгө талды һәйбәтләп ҡайнатып, ҡайырыһын аҡтарып алам. Нәҙегерәктәре кәрәк булғанда, талды өс өлөшкә бүләм. Ағастан сувенирҙар эшләү менән дә мауығам. Уның өсөн йүкә, ҡарағас ағастарын ҡулланам. Бының өсөн дә ағасты ваҡытында киҫергә һәм яҡшылап киптерергә кәрәк. Юғиһә, эшләгән әйберҙәрҙең кибеп ярылыуы ихтимал, – ти оҫта.
Үрелгән кәрзиндәргә һоҡланмау мөмкин түгел. Ниндәйе генә юҡ! Ә ағастан эшләп, башҡорт халҡының милли орнаменттары менән биҙәлгән ижауҙар, “Урал батыр” эпосындағы Аҡбуҙат, төрлө кейектәр, ҡоштар формаһында эшләнгән сәғәттәр, әйтерһең дә, серле әкиәт иленә етәкләп алып ингәндәй. Оҫта ҡулдары тыуҙырған ижади эштәргә һоҡланып ултырған арала Урал ағай өҫтәлгә тағы ла сувенирҙар теҙҙе. Улары ниҙән эшләнгән тиһегеҙме? Һөйәктән! Май шәменә оҡшап эшләнгән һындарҙың матурлығын әйтеп кенә аңлатырлыҡ түгел. Ижад кешеһенең ваҡытын, фантазияһын, тырышлығын һәм түҙемлеген тап ошо һоҡланғыс эштәр һынландыра ла инде.
– Бындай эштәргә ҡайҙан илһам алаһығыҙ? – тип һорамайынса булдыра алманым.
– Ниндәйҙер эшкә тотонор алдынан бик оҙаҡ уйлайым, күҙ алдына килтерәм, һынландырам. Ҡатыныма был турала әйтһәм, һәр ваҡыт дәртләндерә, әйҙәй. Хатта ижади эшкә үҙе ылығып, ярҙамлаша ла. Бына шул инде минең илһамым, – тип йылмая Урал ағай.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк, кәрзиндәр, һандыҡтар, сувенирҙарҙан тыш, Урал Ҡаһарман улы йәйә менән уҡтар ҙа эшләй. “Уларҙы һораусылар ҙа күп, эшләүе лә күңелле”, – ти ул. Ишек алдына мишень ултыртып, ҡатыны менән уҡтан атып ярышып та алалар икән.
Бына шундай һоҡланғыс кешеләр бар арабыҙҙа. Бер кемдән дә айырылмай улар: ауыл ерендә мал аҫрап, баҡса үҫтереп, балаларына ярҙам итеп йәшәйҙәр. Әйткәндәй, бөгөн улар биш ейән-ейәнсәргә олатай-өләсәй. Тик күңел түрендә йәшәгән ҡул эшенә ваҡыт бүлеп, тирә-яҡты үҙ ижады менән матурлыҡҡа күмеп йәшәүҙәре оҫталарҙың иң ҙур бәхетелер, моғайын.
Әлфирә ҮҘӘНБАЕВА.