Йәмғиәт
19 Ноябрь 2021, 17:20

"Парлы йәшәгеҙ: балалар бәхетле була"

Белорет районы Сермән ауылынан уҡытыусы, биш бала әсәһе Зөлфиә Хәтиуллинаның тормош девизы ниндәй?

"Парлы йәшәгеҙ: балалар бәхетле була""Парлы йәшәгеҙ: балалар бәхетле була"
"Парлы йәшәгеҙ: балалар бәхетле була"

Киләһе конкурсантыбыҙ – Белорет районы Сермән ауылынан Зөлфиә Хәтиуллина – уҡытыусы, биш бала әсәһе.

Игеҙәктәре Элиза менән Элина 10-сы, Динә – 7-се, Айзилә 2-се класта уҡый, кескәй Ләйсән балалар баҡсаһына йөрөй. Балалар бөтәһе лә музыка мәктәбендә шөғөлләнә, Айзилә һүрәт төшөрөргә лә әүәҫ. Спорт менән дуҫтар.

Зөлфиә менән Ринат Хәтиуллиндар ғаиләһе әүҙем тормош алып бара. Ауыл ерендәге осһоҙ-ҡырыйһыҙ эшкә лә, ҙур хужалыҡты алып барырға ла, яратҡан шөғөлдәре менән булырға ла, ял итергә лә өлгөрә улар.

"Өләсәйемдең "Беҙҙең кеүек парлы йәшәгеҙ. Шул саҡта балалар бәхетле була. Һәр иҫкән һалҡын елгә иғтибар итмәгеҙ. Түҙемле булығыҙ" тигән һүҙҙәрен тормош девизым итеп алғанмын", – ти Зөлфиә ханым.

Фотолар ғаилә альбомынан.

"Парлы йәшәгеҙ: балалар бәхетле була"
"Парлы йәшәгеҙ: балалар бәхетле була"
"Парлы йәшәгеҙ: балалар бәхетле була"
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас