

Им-томға ышанып бармайым. Әммә ауырып, күҙҙәрен саҡ асып килгән кешеләрҙең күҙ алдында һин дә мин сығып киткәнен күреп, хайран-вайран булып ултырған саҡтар күп булды. Геройым – кеше хәбәре аша ишеткән имеш-мимеш түгел, ә аралашып, ҡулының шифаһын үҙемдә, балаларымда һәм ейәндәремдә күп тапҡыр татыған ауылдашым, яҡын ғына бикәсем.
Нәсимә Ибраһимова – Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы ҡыҙы. Күп балалы ғаиләлә муйылдай ҡара күҙле, һөйкөмлө ҡыҙ булып донъяға килә. Бала сағынан үтә шәфҡәтле, кешелекле, кеселекле булыуы менән айырылып тора. Мәктәптә уҡыған сағында ла, уҡыуҙы тамамлағас та ололарса аҡыл йөрөткән мөләйем ҡыҙҙың һәр һүҙе ҡиммәт икәнен төшөнгән етәкселәр уны ситкә ебәрмәүҙе хуп күрә. Үҙе уҡыған Әбеш урта мәктәбендә пионервожатый булып эш башлай. Уҡыусыларының һөйөүенә, коллегаларының хөрмәтенә күмелеп эшләй.
Әбеш ауылы егете Зәки Ибраһимов менән сәстәрен-сәскә бәйләп, матур итеп йәшәп алып китәләр. Сабыр холоҡло Нәсимәне һынайым әле, тигәндәй, яҙмыш уға күп ауырлыҡтар, ҡаршылыҡтар әҙерләп кенә тора. Шәкәр ауырыуынан йәштән яфаланған тормош иптәше, сабый ғына көйө сирләп йонсотҡан кескәй улы, әйтерһең, Нәсимә апайға Хоҙай тарафынан бирелгән дауалау һәләтен үҫтереү өсөн дәрес булған. Ғүмер буйы ауырыған ирен бер минутҡа ла яңғыҙлатмай, күҙ уңынан ысҡындырмай, шәхси табибы кеүек була ул. Ҡулы еңел икәнен аңғарып ҡалған күрше-күлән, туғандар, ауылдаштар йөҙ төрлө сир-сырхау менән уға мөрәжәғәт итә башлай. Бер кемде лә кире бороп сығармай, ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Күҙенә арпа сыҡтымы, бәрелеп мейеһе төштөмө, һыҙлауыҡ-сиҡан йонсотамы, олоһо-кесеһе Нәсимә апай янына ағыла.
Ҡайһы бер дауалаусылар кеүек, матур кейемдәргә төрөнөп, маңлайына ҡиммәтле таштар тағып, им-томоноң шифаһына ышандырыр өсөн алдына нимәләрҙер теҙеп ултыртып та тормай ул. Ишек алдында эш менән булышып йөрөгән еренән туҡтап ҡулдарын сая ла, мөләйем йылмайып, бөҙрәләмәй генә хәбәрен һөйләп, доғаларын уҡып өшкөрөп сығара. Ҡайһы бер ауырып килгән балалар күҙ алдында һауығып, ырғый-һикерә сығып китә. Оҙаҡ йылдар ауылда фельдшер булып эшләгән, ҙур тәжрибәһе, белеме менән хөрмәт ҡаҙанған Миңзәлә апай Ниғмәтуллина сирләп торған йәш балалар янына йыш ҡына Нәсимә апайҙы ла эйәртеп алып барыр була.
Кеше араһында ҙур хөрмәт ҡаҙанған берәү тураһында һөйләй башлаһаң, “ул ҡайҙа уҡыған, нисә юғары белеме бар?” тип һорай башлайҙар. Уҡымайынса ла төплө аҡыл, мәрхәмәтле ҙур йөрәк йөрөткән һирәк кенә кешеләрҙең береһе ул мин белгән Нәсимә апай. Ул башҡарған эштәрҙе, ҙур күләмле сараларҙы дипломлы белгестәрҙә лә бик һирәк күрерһең.
Әбеш ауылы мәҙәниәт йорто директоры булып 25 йылға яҡын эшләү дәүерендә бихисап матур, тәрбиәүи, әһәмиәтле саралар үткәрҙе Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы. Кешеләрҙе тыңлата, ойоштора белеү һәләте көслө булған етәксенең үтенесен кире ҡаҡҡан кеше бик һирәк булғандыр. Ауыл клубы тау башында ултырыуға ҡарамаҫтан, байрамдарға әҙерлек ваҡытында йәше-ҡарты, яҙын-көҙөн һыу кисеп, ҡыш ҡар йырып, Нәсимә апай көтөп ултырған мәҙәниәт йортона репетицияға ағылыр ине. Ярай беҙ, йәшерәк быуын, дәрт-дарман ташып тора, ә оло инәйҙәр, бабайҙарҙы ниндәй көс ул тау башына йөрөткәндер, әле лә хайран булам.
Урам-ара, нәҫел-ара, ауыл-ара, бар ойошмаларҙы, бар халыҡты тупларлыҡ байрамдарҙы күп үткәрҙе. Әбештәр хеҙмәт кешеләрен ололаған, оҙаҡ йәшәгән ғаилә парҙарын тәбрикләгән – йөрәктең иң нескә ҡылдарын сирткән байрамдар өсөн Нәсимә апайға ныҡ рәхмәтле. Районда булған ярыш- бәйгеләрҙә ауылдыҡылар беренселекте бирмәҫ ине.
Оло йәштәге инәйҙәрҙе туплап, бейетеп, Өфөгә “Байыҡ” бейеү конкурсына ла барып ҡайтты улар. Һәүәҫкәр артистар менән ул ҡуйған спектаклдәр районда Гран-при яулар ине. Режиссерлыҡ оҫталығы һоҡланырлыҡ булған Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙының йылмайып ҡына әйткән ҡәтғи һүҙен йәштәр бер ҡаршылыҡһыҙ тыңлай ине. Кешеләрҙе үтә күреү һәләте, һиҙгер йөрәге менән ул – ғашиҡтар, әрләшеп-талашҡан күрше-күлән араһын яйлаусы ла, ғаилә низағтарын көйләүсе лә. Үҙем, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе булараҡ, эскән ғаиләләр, “сәмәй” эшләп һатыусылар, башҡа төрлө күңелһеҙ күренештәр буйынса бергәләп ауыл биләмәһенә ҡараған ауылдар буйлап йөрөгәндә, Нәсимә апайҙың кәңәштәре, өгөт-нәсихәте иң үтемлеһе була торғайны, шуға күрәлер ҙә ауыл хакимиәтендә яуаплы секретарь вазифаһында ла эшләне ул.
Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушырып ултырмай. “Кеше менән эшләүҙең, кеше әйҙүкләп йөрөүҙең ни тиклем ҡыйын икәнен белгәнгә үтенес менән килгән бер кемгә лә “ҡуй” тимәйем мин”, – ти Нәсимә апай. Ағинәйҙәрҙе туплап, тәрбиәүи темаларға төрлө саралар үткәреп тора.
Ә шулай ҙа был яҙмамдың төп сәбәбе – уның ҡулдарының име тураһында һөйләү. Әңгәмәләшеп ултырғаныбыҙҙа бер йәш ҡатын килде. Яңылыш ныҡ итеп башын төкөткән дә, инде нисәнсе көн йөрәге уйнай, күҙ алды ҡараңғылана, ҡолағы шаулай икән. “Мейең төшкәндер, балаҡай, бар әле Нәсимә ҡоҙағыйға”, – тип әсәһе кәңәш иткән.
Күнегелгән хәрәкәттәрен талғын ғына башҡарып, Нәсимә апай мейене урынына ултыртты. Бер аҙ йөҙтүбән ятып торған ҡатындың хәле еңеләйеп, күҙҙәре асылып, йөҙө яҡтырып ҡалды. Һаҡланып ҡына, өс көн артыҡ эйелеп, көсәнеп эш башҡармай, соҡор-саҡырға баҫып һеңкемәй генә йөрөп торорға кәңәш итеп, имләгән кешеһен оҙатыуға, йәш балаһын эйәрткән тағы бер ҡатын ишек шаҡыны.
Күрше ауылдан килгән баланың күҙенә арпа сығып йонсота икән. Әбеш ауылы йәштәре, балалары аптырап тормай, тәндәренә һыҙлауыҡ, күҙҙәренә арпа сығыу менән: “Әсәй, мин Нәсимә инәйгә киттем!” – тип йүгерә.
Район һабантуйында йөрөгән саҡта иһә һыҙланыуы йөҙөнә сыҡҡан бер ир баланы туҡтатып имләй ул. Ҡурҡып ҡына, им-томға ышанмаған әсәһенән рөхсәт булырмы, тип торған үҫмерҙе имләп тә ебәрә, бала, ғәжәпләнеүҙән күҙҙәрен ҙур асып: “Әсәй, күҙемдең һыҙлауы шунда уҡ баҫылды, ышанаһыңмы?” – тип әсәһен ҡосаҡлап ала. Һабантуй барышында Нәсимә апай эргәһенән уҙған һайын: “Рәхмәт һеҙгә, мине һыҙланыуҙан ҡотҡарҙығыҙ!” – тип ҡайта-ҡайта баш эйеп, рәхмәт әйтеп йөрөй балаҡай.
Ана шулай рәхмәттәргә ҡойоноп ҡына йәшәй Әбештең ихлас ағинәйе. Халыҡ араһында йәшәгән, им-томо килешкән кешеләр бик һирәк бит ул.
– Нәҫелебеҙҙә бағымсы исемен йөрөткән кешеләр булмаһа ла, атайым ҡулының шифаһы тураһында ололар күп тапҡыр һөйләгәне булды. Һыҙлап, шешеп ауыртып торған урындарҙы имләргә лә кемдер берәү түгел, шул Аллаһ Тәғәлә ҡушыуы менән тотоноп киттем, ахыры, – тип һөйләй Нәсимә апай.
Өҙлөкһөҙ ауырыуҙан хәлһеҙләнгән балаһы менән дауаханала булғанда, бер палатала ятҡан оло йәштәге әбей йонсоған йәш әсәгә: “Тәбиғәттән бирелгән ниндәйҙер көсөң бар икәне күҙеңә сыҡҡан, үҙ балаңды бисмиллалап өшкөрөп ҡара әле”, – тип кәңәш бирә. Тәүге тапҡыр ана шулай сабый ғына улы Илфирҙе имләп дауалай Нәсимә апай. Илфирҙең үҙ ҡулдары ла шифалы икән, олоғайған әсәһенең һыҙлаған, ауыртҡан урындарын хәҙер инде ул имләп ебәрә.
Мейе ултыртырға күршеһе Вәғиҙә инәй өйрәткән. Оло йөрәкле ул инәй ҙә ҡасандыр ҡатыны йәшләй генә үлеп, береһенән-береһе бәләкәй алты бала менән тол ҡалған Тимербулат ағайға икенсе ҡатынлыҡҡа килә. Үҙе лә бер етем ҡалған малайҙы тәрбиәгә алған Вәғиҙә инәй менән Тимербулат олатай бергәләп ете баланы аяҡҡа баҫтыра. Нәсимә күршеһенең ҡулдары шифалы, йөрәге һиҙгер икәнен белгәнгә, мейе төшөрөү серҙәрен нәҡ уға өйрәтә лә.
Һалабаш һалыусы ауыл ирҙәре мәрхәмәтле Нәсимә апайға “һиңә кәрәк әйбер бит” тип йүкә алып килеп тора. Мейенең һелкенгәнме-юҡмы икәнен нәҡ йүкә менән үлсәп ҡарап белә Нәсимә апай.
Үҙенең хеҙмәте өсөн хаҡ та һорамай ул. “Һауығып киткән кешеләрҙең ихлас рәхмәте – минең өсөн ҙур шатлыҡ”, – ти. Им-томо бигерәк тә кеше, сабыйҙар күҙһенгәндә, йәш әсәләргә, һәр төрлө шешекле тире ауырыуҙарына (күҙгә сыҡҡан арпа, һыҙлауыҡ кеүек), мейе һелкенгәндә килешә. Бер аҙна күрше Ейәнсура районында йөрөп ҡайтыуына, өй аша ғына йәшәгән егет йүгереп инә: “Нәсимә инәй, инде улайтып беҙҙе оҙаҡҡа ҡалдырып йөрөмәсе әле, малайҙарҙың күҙҙәренә арпа сығып бөттө, һыу ҙа инә алмай йонсоп йөрөйҙәр”, – ти.
Ана шулай, туғандары өсөн йән атып, һәр мохтаж кешегә йылы һүҙен дә, яҡты йөҙөн дә, им-томоноң шифаһын да йәлләмәй таратып, изгелекле ғәмәлдәр генә башҡарып йәшәй төпкөлдәрҙән-төпкөл ауылдың “Ашығыс ярҙамы” – Нәсимә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Ибраһимова. Ул ауылда булғанда, әбештәрҙең күңеле тыныс.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.
Хәйбулла районы.