Йәмғиәт
19 Ноябрь 2021, 06:43

“Ярты йыл ҡурҡмай йәшәйәсәкмен!”

Әнисә дауахананан сыҡҡас, бер нисә тапҡыр тәрән  итеп һулыш алды. Көҙгө һауа һалҡынса булһа ла, тын алыуы рәхәт. Ҡатын бер аҙ баш әйләнеүен тойҙо.

“Әгәр башҡаса шулай иркен тын ала алмаһам? Ошондай матурлыҡты күреп шатланыуҙан мәхрүм ҡалһам? Хәҙер биопсияның һөҙөмтәһен көтөргә генә ҡалды. Бер нисә көн буйы нисек түҙмәк кәрәк? Әгәр диагноз раҫланһа? Ҡыҙыма, иремә нисек еткерергә был хәбәрҙе? Әлегә өмөт булғас, әйтмәй торорға, йәшерергә була әле. Аҙаҡ бит ҡурҡыу тойғоһон бер үҙем генә кисерә алмаясаҡмын”.

Ҡатын туҡталыш яғына яйланы. Башынан тынғыһыҙ уйҙарҙы ҡыуырға тырышып ҡараһа ла, ҡурҡыу тойғоһо ебәрмәй. Бөтә юл буйына ҡала тормошон күҙәтергә тырышып, иғти­барын ситкә йүнәлтергә маташһа ла, уйҙары биопсия тирәһендә уралыуын дауам итте. Өйөнә яҡын­лашыу менән аҙымдарын яйлай төштө. Аяҡ аҫтында ҡойолоп ятҡан көҙгө һары япраҡтарҙың  ҡыш­тырҙауы ҡайһылай күңелле, нисек бығаса иғтибар итмәгәнмен, тип уйланды ҡатын.

– Иртәләгәнһең бөгөн. Кәйефең ҡырылған кеүек, ауырыйһыңмы әллә? – тип ҡаршы алды ире.

– Көн матур бөгөн. Эштән иртәрәк киттем. Һалҡын ҡышҡа ла күп ҡалмай инде, тип моңһоуландым... Әйҙә, ашап алайыҡ, саҡыр Әминәне лә, – тип Әнисә йылмайырға тырышты.

Сәғәт телдәре арығандай, тормош бер мәлгә туҡтағандай тойолдо Әнисәгә. “Нисек көндө үткәрергә? Һөҙөмтәне тиҙерәк белһәң, ниндәйҙер билдәлелек барлыҡҡа килер ине”. Ҡатын күңеленән берсә ваҡытты ашыҡтырҙы, берсә иртәгәнең бер ваҡытта ла булмауын теләне. Бер нисә көндән дауаханаға ҡабат килергә тура килде.

Регистратураға теҙелгән сиратты күреп, ҡатындың йөҙө бойоҡланды. Ул яҡҡа ҡарамаҫҡа тырышты. Табип һөҙөмтәне сиратһыҙ ҙа алып буласағын иҫкәрткәйне, шуға күрә тура икенсе ҡатҡа йүнәлде. Тар ғына коридорҙың стеналары төшөнкөлөктө арттырған күк төҫкә буялған, кабинеттар төбөнә ултырғыстар ҡуйылған. Ултырыр урын ҡалмағас, Әнисә тәҙрә тупһаһына барып һөйәлде. Ҡайҙа күҙ һалма, бер үк төрлө ҡурҡыу ҡатыш туңып ҡалған йөҙҙәр. “Минеке лә, моғайын, шулайҙыр”, – тип уйланы ул. Кабинеттан бер пациент сыҡты, башын түбән эйеп, бер кемгә лә күҙ һалмай баҫҡыс яғына йүнәлде. Бында бер кем дә бер кем менән һөйләшмәй. Нимә генә әйтһендәр инде? Бөтәһендә лә бер үк проблема, бер үк ҡурҡыу тойғоһо. Бәлә ҡатындарҙы берләштерергә тейеш кеүек тойолһа ла, бында уларҙың бөтәһе лә яңғыҙ. Һәр кем ҡайғыһын яңғыҙ, үҙенсә кисерә. “Эй, Хоҙайым, кешеләр бер-береһе менән танауға-танау терәшеп ултырмаһын өсөн коридорҙарҙы киңерәк төҙөп булмаймы икән? Былай ҙа ауыр, төшөнкө ҡараштарҙан ҡасып ҡотолғоһо килә. Кешеләр бер нисә сәғәт буйы өмөт­һөҙлөк, билдәһеҙлек, һыҙланыуҙар эсендә ғүмер үткәрергә мәжбүр. Юҡ, оҙаҡ ултыра алмайым, берәйһе сығыу менән табип эргәһенә инәм...”. Әнисәнең уйҙарын ишектең асылыуы таратты. Илауҙан күҙҙәре ҡыҙарынған ханымды барыһы ла шым ғына, хәлен аңлап, ҡайғыһын уртаҡлашып оҙатты. Бер кем дә кабинетҡа инергә ашыҡманы. “Мин һөҙөмтәне генә алырға килдем, сиратһыҙ инергә ярай, тинеләр”, – Әнисәгә ҡаршы төшөүсе булманы.

Бүлмәлә ултырған етди ҡиәфәтле табип нимәлер яҙа. Картаны ситкә ҡуйып, ҡағыҙ өйөмө араһынан Әнисәнең исем-шәрифе яҙылған картаны килтереп сығарҙы. “Ул ҡайҙан минең килгәнде белә? Хатта минең яҡҡа ҡараманы ла бит”, – тип аптыраны ҡатын. Тәненең төрлө өлөштәре ҡысытҡандай, муйынында үрмәксе йөрөгәндәй... “Нервынан”, тип уйланы Әнисә. Табип уға ҡараш ташланы ла алдындағы ҡағыҙҙарға төбәлде. “Шеште дауаларға була, яманы түгел”, – тине ул. Тик ҡул бармаҡ­тарын ҡаты итеп ҡыҫҡылап, тын да алмай ултырған Әнисәнең башына тиҙ генә барып етмәне был хәбәр.

“Мин һеҙгә препараттар яҙам, дауалана башларһығыҙ. Ярты йылдан һуң килерһегеҙ, тағы тикшерәсәкбеҙ. Шеш ҙур түгел, әле уны алырға кәрәкмәй...”. Табиптың күҙгә ҡарамай ғына һөйләүе ҡатынды аптыратманы, “моғайын, өмөт ҡуҙы һүнә барған күҙҙәргә ҡарауы уға ла еңел түгелдер”, тип уйланы. Әнисә бәхетле йылмайыуын йәшерә алманы, ауыҙы үҙенән-үҙе йырылырға тора. Шатлығын башҡаларҙан йәшерергә тырышып, ҡалтыранған аяҡтары менән баҫҡысҡа йүнәлде. “Ярты йыл ҡурҡмайынса йәшәй алам хәҙер”, – тип һөйөндө ул. Тик был шатлығы өсөн уға уңайһыҙ ҙа, оят та кеүек...

Динә АРЫҪЛАНОВА

Читайте нас