Йәмғиәт
19 Ноябрь 2021, 05:46

Яуҙа ла һынатманы, тыныс хеҙмәттә лә

И.Й.Ғизетдиновтың ғаилә архивынанИ.Й.Ғизетдиновтың ғаилә архивынан
Фото:И.Й.Ғизетдиновтың ғаилә архивынан

Илгиз Ғизетдинов  1962 йылда Әлшәй районының Слаҡ ауылында тыуған. Совет ғәскәрҙәре Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә Илгизгә 18 йәш кенә була әле.

Был һуғышта вертолетсылар өлөшөнә төшкән хәрби бурыс айырыуса ҙур була, ә белгестәр етешмәй. Шуға күрә йәш боец мәктәбен үткән Ғизетдиновты кесе авиация мәктәбенә уҡырға ебәрәләр. Уҡыуын тамамлағас, ул үҙенең авиаполкына ҡайта, һәм уны “МИ-8” вертолеты экипажына һауа уҡсыһы-бортмеханик-радист вазифаһына тәғәйенләйҙәр.

Борт шунда уҡ Тажикстандың Пяндж ҡалаһына йүнәлтмә ала. Шул көндән алып йәш вертолетсы күрше Афғанстандағы хәрби хәрәкәттә ҡатнаша башлай. Бер йыл да өс ай эсендә Илгиз Афғанстан күгендә йәмғеһе  750 сәғәт оса.

Ветеран үҙе хәтерләүенсә, улар Пяндж ҡалаһына килеү менән хәрби бурыс ала.

– Автомат һәм борт пулеметы магазиндарын һауала осоп барғанда уҡ алмаштыра инем, – ти ул. – Ҡайтып етеүгә беҙҙе сираттағы осош көтә: аҙыҡ-түлек, почта, башҡа төрлө йөктәр.  Бөтә “нөктә”ләрҙә лә беҙҙе түҙемһеҙлек менән көттөләр. Бәхетемә күрә, һәйбәт командала эшләнем: офицерҙар Батаев, Краснов, Помыткин, Иманғазиев, Лазарев, Быков, Калганов – барыһын да әлеге көнгәсә хәтерләйем. Мине, урыҫсалап, Игорь тип йөрөттөләр. Советтар Союзы Геройы подполковник Фәрит Шәғәлиевте айырыуса йылылыҡ менән иҫкә алам, уның экипажында оҙаҡ ҡына остом.

Илгиз Йәғәфәр улында шул осорҙоң иҫтәлекле әйберҙәре лә һаҡлана. 1982 йылдың апрелендә сыҡҡан “Огонек” журналы... Унда төҫлө фломастер менән яҙылған юлдар бар: “1982 йылдың 18 майында Афғанстандағы Ҡалай Куф ҡышлағы эргәһендә  “Ми-8” вертолеты ярсыҡтар менән телгеләнде. Экипаж командиры Владимир Мусаев, бортмеханик-һауа уҡсыһы-радист Илгиз Ғизетдинов”. “Вертушка” ергә ҡунаҡлаған мәлдә уның аҫтында мина шарталағанда егеттең ҡулында ошо журнал була.

– Аллаһы Тәғәлә ярлыҡаны: үлем фәрештәһе теймәй үтте, – тип хәтерләй яугир. – Дөрөҫ, контузия арҡаһында хыялым – хәрби осоусылар учи­лищеһына инеү теләге менән хушлашырға тура килде.

Үлем сик буйы яугиренең үксәһенә баҫа яҙған осраҡтар бының менән генә бөтмәй. Йыш ҡына хәрби операциянан ҡайтыуға вертолет корпусында ярсыҡтарҙан икешәр тиҫтәләп тишек, әйләнгестең осо киҫелеп төшкән мәлдәр аҙ булмаған.

1982 йылдың июнендә армиянан ҡайтып, Ғизетдинов атаһы юлынан барырға ҡарар итә һәм урман техникумына уҡырға инә. Артабан ул Башҡортостандың Урман хужалығы министр­лығында әйҙәүсе белгес-эксперт вазифаһында эшләй, 2016 йылда Өфө урмансылығы буйынса урмансы итеп тәғәйенләнгән. Ҡатыны Нурия Рифғәт ҡыҙы мәктәптә уҡыта, Алмас, Гөлназ исемле ул һәм ҡыҙ үҫтерҙеләр.

– Барыһы ла яҡшы кеүек, әммә һуғыш, унда һәләк булған иптәштәрем күңелде һаман әрнетә, – ти Илгиз Ғизетдинов.

Урман тармағында эшләү дәүерендә ул ҡануниәт талаптарын күҙәтеүҙе контролдә тотоуҙа ҙур әүҙемлек күрһәтә. Урман янғындарын иҫкәртеү буйынса халыҡ араһында пропаганда эшен дә алып бара. Йәш ылыҫлы ағастарҙы ҡырҡыусылар менән дә байтаҡ көрәшергә тура килә уға.

Урман хужалығындағы хеҙмәте өсөн Илгиз Ғизетдинов почет грамоталары менән бүләкләнгән. Ә Афғанстанда интернациональ бурысын үтәүҙәге ҡаһарманлығы СССР Юғары Советының Почет грамотаһы менән баһаланған.

 

М. ҒҮМӘРОВА.

Читайте нас