Йәмғиәт
20 Ноябрь 2021, 17:00

Гүзәлиә – 400-сө бала!

Ғаилә башлығы вахта ысулы менән алыҫ Карелияла эшләһә, һөнәре буйынса ашнаҡсы-кондитер булған йорт хужабикәһе балалар үҫтерә.

Гүзәлиә – 400-сө бала!Гүзәлиә – 400-сө бала!
Гүзәлиә – 400-сө бала!

Әбйәлил районының Яйҡар ауылында йәшәгән Айһылыу һәм Марат Бәхтигәрәевтәр ғаиләһендә ҡыҙ бала донъяға килгән. Ата-әсәһе Гүзәлиә тигән матур исем ҡушҡан сабый районда йыл башынан донъяға килгән 400-сө сабый!

Райондың Никах йорто начальнигы Фәриҙә Әхмәтова менән берлектә  "юбилей"лы бәпесте Әбйәлил районы хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов та ҡотланы һәм иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. 

- Ҡыҙығыҙ һау-сәләмәт һәм бәхетле булып үҫһен! Балалар өсөн ваҡытығыҙҙы йәлләмәгеҙ, уларҙы бар яҡлап үҫтерергә тырышығыҙ, йылдар үтеү менән һеҙҙең һалған көсөгөҙҙөң һөҙөмтәләре күренәсәк, - тине Руслан Ғөзәйер улы.

Бәхетле ғаиләнең биш йәшлек Вилдан исемле улдары үҫә. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән алыҫ Карелияла эшләһә, йорт хужабикәһе балалар үҫтерә. Һөнәре буйынса Айһылыу - ашнаҡсы-кондитер, декрет ялына тиклем Абҙаҡ курорт зонаһында эшләгән.

Бәхетле ғаиләне ҡотлайбыҙ һәм Гүзәлиәнең һау-сәләмәт үҫеүен теләйбеҙ!

Фото: "Абзелил" гәзите сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас