Йәмғиәт
20 Ноябрь 2021, 14:00

Нәзирә Шәрәфетдинованың күңеле ижадҡа тартыла

Гәзитебеҙ төркөмөндә Әсәләр көнөнә бағышланған конкурсыбыҙҙа ҡатнашҡан гүзәл зат менән яҡындан таныштырыуҙы дауам итәбеҙ.

Нәзирә Шәрәфетдинованың күңеле ижадҡа тартылаНәзирә Шәрәфетдинованың күңеле ижадҡа тартыла
Нәзирә Шәрәфетдинованың күңеле ижадҡа тартыла

Был ҡатнашыусыбыҙ – сығышы менән Архангел районы Аҙау ауылы ҡыҙы. Иглин районының Ҡарамалы ауылына килен булып төшкәс, был яҡтар уның өсөн икенсе тыуған төйәккә әйләнгән.

Нәзирә Фәррәх ҡыҙы ире Рафаэль Ғиндулла улы менән өс тиҫтә йылдан артыҡ бергә ғүмер кисерә. Нәзирә ханым 26 йыл ауылдың мәҙәниәт йортонда эшләй. Матур йырлай, ҡул эштәре оҫтаһы ла. Ошо йүнәлештә түңәрәк алып бара, унда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли биҙәүестәрен эшләргә өйрәтә.

Нәзирә Фәррәх ҡыҙының мәҙәни өлкәлә эшләүе ғаилә ағзаларына ла тәьҫир итмәй ҡалмай. Ҡыҙы Рәфиләне сабый саҡтан үҙҙәре менән бергә алып, төрлө кимәлдәге сараларҙа ҡатнашып йөрөй улар. Шуғалыр ҙа хәҙер инде БДУ-ла белем алып йөрөгән ҡыҙ сәнғәткә ынтылышын юғалтмай. Ул оҫта бейей. Быйылғы "Байыҡ" бейеү конкурсы финалына сығып, 3-сө урынға лайыҡ булды.

Фотлар - ғаилә архивынан.

Нәзирә Шәрәфетдинованың күңеле ижадҡа тартыла
Нәзирә Шәрәфетдинованың күңеле ижадҡа тартыла
Нәзирә Шәрәфетдинованың күңеле ижадҡа тартыла
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас