

Резеда Хәйбуллина – район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, тыуған төйәгендә мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Бынан тыш, уңған хужабикә һәм һөйөклө әсәй ҙә. Ике бала үҫтерә.
Өлкәне Рәмил 6-сы класта уҡыһа, Ленизаға алты йәш, балалар баҡсаһына йөрөй. Рәмил һеңлеһенә ҡарата бик хәстәрлекле, әсәһенә лә терәк. Спорт уйындарына ылыға. Кескәй Лениза, әсәһенә оҡшап, ижади өлкәне үҙ итә – йырларға, бейергә, шиғыр һөйләргә ярата. Балалар сәнғәт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе.
"Бала саҡ бик тиҙ үтә, шуға күрә балаларҙы наҙлап, ҡәҙерләп үҫтереү яҡлымын. Шул сағында уларҙың киләсәге лә матур булалыр, тием", – ти Резеда.
Фотолар - ғаилә архивынан.