

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре менән кәңәшмә үткәрәсәк.
Ҡалалар һәм райондар башлыҡтары менән видеоконференция элемтәһе режимында төбәктәге санитария-эпидемиология хәлде һәм яңы коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш барышын анализлау планлаштырыла.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ автомобиль юлдарындағы хәүефһеҙлек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтағы хәл хаҡында һөйләшәсәк. Оператив кәңәшмәлә ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тармағындағы, Башҡортостандағы хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр, төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашҡан граждандарҙың хоҡуҡтарын тергеҙеү анализланасаҡ.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ “Башҡортостан” теле- һәм радио компанияһы һәм бер йыл эшләгән Башҡортостан Республикаһына идара итеү үҙәге эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаясаҡ.
Фото: ufatoday.ru