Йәмғиәт
21 Ноябрь 2021, 15:00

Фәниә Тәхәүетдинова атайсалына хәстәрлек күрһәтә

Конкурсыбыҙҙа ҡатнашыусы тағы бер ханым – Мәсетле районы ҡыҙы Фәниә Илһам ҡыҙы Тәхәүетдинова – атайсалының яҙмышы өсөн тәрән борсолған, уның өсөн күп игелек ҡылғандарҙың береһе.

Фәниә Тәхәүетдинова атайсалына хәстәрлек күрһәтәФәниә Тәхәүетдинова атайсалына хәстәрлек күрһәтә
Фәниә Тәхәүетдинова атайсалына хәстәрлек күрһәтә

Ишәле ауылында Фәниә ханым башланғысы һәм бағыусылығында мәсет һалынған, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға стела ҡуйылған, балалар майҙансығы төҙөлгән. Ә күптән түгел Тәхәүетдиновтар ғаиләһе ауылда мини-пекарня асҡан. Ул социаль йүнәлешле. Иҫ киткес тәмле икмәкте Фәниә апай ҡомалаҡ сөпрәһе менән әсетелгән ҡамырҙан бешерә. Икмәк өсөн иң яҡшы әсетке – ҡырҙа үҫкән ҡомалаҡ, уны августа йыйып киптерергә кәрәк, ти ул.

Бөтә эштәрендә Фәниә Илһам ҡыҙына уның дүрт баһадиры – улдары Радим, Динис, Фуат һәм Урал  терәк булып тора. Уларҙың һәр ҡайһыһы башла-күҙле, инде атай. Фәниә апайҙың  биш ейәне һәм биш ейәнсәре бар. Тормош юлдашы Рәлиф Рафаэль улы улдарына өлгө булған, дөрөҫ тәрбиә биргән, ҡатынына ныҡлы терәк булып торған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул быйыл яҡындарын мәңгелеккә ташлап киткән. "Иремдең изге теләктәре аҡланды. Балалар үҙенә оҡшап эшсән, уй-маҡсаттарына тоғро", – тип йыуана Фәниә апай. 

 

Фотолар – ғаилә архивынан.

Фәниә Тәхәүетдинова атайсалына хәстәрлек күрһәтә
Фәниә Тәхәүетдинова атайсалына хәстәрлек күрһәтә
Фәниә Тәхәүетдинова атайсалына хәстәрлек күрһәтә
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас